ФЕДИН Константин Александрович (12.2.1892, Һарытау ҡ. — 15.7.1977, Мәскәү), яҙыусы. Соц. Хеҙмәт Геройы (1967). СССР ФА акад. (1958). 1959 й. алып СССР Яҙыусылар союзы идараһы секретары, 1971—77 йй. рәйесе. “Ағалы‑ҡустылы” (“Братья”; 1927—1928), “Тәүге шатлыҡтар” (“Первые радости”; 1945), “Ғәҙәти булмаған йәй” (“Необыкновенное лето”; 1947—1948), “Усаҡ” (“Костёр”; 1961) һ.б. романдар авторы. Ф. ижадына эпик һүрәтләүҙең лирика һәм сатира, хәҙ. заман т‑да фәлс. уйланыуҙарҙың тәғәйен деталдәр м‑н ҡушылыуы хас. 1919—20 йй. Башҡорт айырым кавалерия бригадаһының сәйәси бүлегендә эшләй. 1919 й. 16 дек. “Петроградская правда” (“Петроград хәҡиҡәте”) гәз. “Ҡыҙыл башҡорттар тураһында” мәҡәләһе баҫылып сыға, унда Ф. Граждандар һуғышында ҡатнашҡан башҡ. яугирҙарының батырлығы һәм сыҙамлығы т‑да яҙа. “Ҡалалар һәм йылдар” (“Города и годы”; 1924) романында башҡ. темаһы сағыла. Сталин пр. лауреаты (1949).

Әҙәб.: Башкирия в русской литературе. Т.4. Уфа, 1997.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика