ФАРСЫ ТЕЛЕНӘН ҮҘЛӘШТЕРЕЛГӘН ҺҮҘҘӘР. Төрки һәм фарсы телле халыҡтарҙың тығыҙ иҡт. һәм мәҙәни бәйләнештәре Ф.т.ү.һ. таралыуына булышлыҡ итә. Фарсы һүҙҙәренең башҡорт теленә үтеп инеүендә бер нисә этап күҙәтелә. Беренсе ҡатламды башҡ. теле үҫешенең иртә осоронда (ҡара: Этногенез) үҙләштерелгән, башҡ. теленең фонетик закондарына тулыһынса буйһонған, актив һүҙ запасына ингән һүҙҙәр тәшкил итә, мәҫ.: фарсы телендә [javānmard] — башҡ. “йомарт”, čarx] — “сар”, [šud] — “шутһыҙ”, [zanjir] — “сынйыр”, [čārak] — “сирек” һ.б. һүҙҙәр. Ф.т.ү.һ. киләһе ҡатламы башҡ. теленә Урта быуаттар дәүерендә, башҡорттарҙың фарсы телле халыҡтар м‑н сауҙа мөнәсәбәттәре үҫеше һөҙөмтәһендә үтеп инә: “сауҙа”, “келәм”, “кәләпүш”, “һеркә” һ.б. Өсөнсө (иң ҙур) ҡатлам иҫке төрки теле аша үтеп инә, ул фарсы теленең интенсив йоғонтоһонда формалаша һәм башҡорттар өсөн яҙма әҙәби тел булып тора: “Хоҙай”, “фәрештә”, “гөнаһ”, “аждаһа”, “дошман” һ.б. Фарсы теле аша ш. уҡ ғәрәп теленән байтаҡ һүҙҙәр үҙләштерелгән, был уларҙың үҙенсәлекле фономорфологик төҙөлөшөн аңлата: “китап”, “тәбиғәт”, “мөхтәрәм”, “битараф”, “хәбәрҙар” һ.б. һүҙҙәр. 20 б. 30‑сы йй. дингә ҡаршы пропаганданың көсәйеүенә бәйле Ф.т.ү.һ. күпселеге ҡулланылыштан төшөп ҡала, бер өлөшө интернационализмдар һәм урыҫ теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр м‑н алмаштырыла. 80‑се йй. аҙ. алып башҡ. теле лексикаһында Ф.т.ү.һ. яңынан тергеҙеү процесы башлана: “йәдкәр”, “дарыухана”, “оҫтахана”, “фарман”, “хәстәхана”, “һөнәри” һ.б.

Әҙәб.: Киекбаев Ж.Ғ. Хәҙерге башҡорт теленең лексикаhы hәм фразеологияhы. Өфө, 1966; Ишбердин Э.Ф. Историческое развитие лексики башкирского языка. М., 1986.

И.З.Ғаффаров

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

 

Текст на русском языке

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018