ФАЗЛЫӘХМӘТОВА Нәсимә Миңлеғәле ҡыҙы (28.12.1931, БАССР‑ҙың Мәләүез р‑ны Ҡотош а. — 29.12. 1996, шунда уҡ), Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). 1944 й. алып Мәләүез р‑нының М.Ғафури ис. к‑зында эшләй (1954—70 йй. быҙау ҡараусы). 1963—65 йй. 521 быҙау үҫтергән (мал һанының һаҡланғанлығы 100%, уртаса тәүлек артымы 888 г). Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1966). Тыуған ауылында Ф. исеме м‑н урам аталған.

Әҙәб.: А г а ф о н о в М. Где труд, там счастье // Герои труда Башкирии: очерки о Героях Соц. Труда. Уфа, 1970.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

 

 

Текст на русском языке