ҮТКӘРГЕС ТОРБАЛАРҘЫ ИЗОЛЯЦИЯЛАУ, коррозиянан һаҡлау өсөн металл үткәргес торбаларҙы ҡаплауҙар м‑н көпләү. Үткәргес торбаның тәғәйенләнешенә бәйле гидроизоляция (тупраҡ, һыу, атмосфера коррозияһынан һаҡлау) һәм йылылыҡтан изоляциялау (торбаның өҫкө йөҙө м‑н тирә‑яҡ мөхит араһында йылылыҡ алмашыуҙы кәметеү) айырыла. Махсус изоляциялау машиналарын, төрлө механизмдарҙы файҙаланып з‑дтарҙа йәки ҡыр шарттарында башҡарыла, ҡайһы берҙә үткәргес торбаларҙы ремонтлағанда йәки төҙөгәндә торбаларҙы траншеяға һалыр алдынан ҡулдан эшләнә. Башҡортостанда Ү.т.и. технологияларын һәм материалдарын эшләү б‑са тикшеренеүҙәр 20 б. 80‑се йй. алып барыла. ИПТЭР‑ҙа, Химия ин‑тында һәм “Ада” ғилми‑производство фирмаһында (Өфө; Р.Р.Ғиззәтуллин, Ә.Ғ.Ғүмәров, М.К.Рәмиев, С.Р.Рафиҡов, В.А.Шнайдер һ.б.) 2 һәм унан күберәк компоненттарҙан торған, “үҙен дауаларға” һәләтле булған армопластобит, пластобит‑2М, пластобит‑40 ҡапламаларын файҙаланып Ү.т.и. технологиялары эшләнгән һәм индерелгән. “Поиск” ғилми‑тикшеренеү үҙәгендә (Өфө; И.Ф. Гладких, К.М. Ғүмәров, Н.М. Черкасов һ.б.) нефть ҡалдыҡтары нигеҙендә эшләнгән Асмол материалы уйлап табылған һәм Ү.т.и. технологияһы эшләнгән. “Август” ҒПП‑нда диам. 325 мм алып 1420 мм тиклем булған Ү.т.и. өсөн машиналар (МИ тибындағы изоляциялау һәм МПП тибындағы таҙартыу) һ.б. ябай механизациялау саралары уйлап сығарыла һәм етештерелә. Тикшеренеү һөҙөмтәләре “Транснефть”, “Транснефтепродукт”, “Газпром” ААЙ‑ларында, РФ төбәктәре һәм БДБ илдәренең башҡа пр‑тиеларында индерелгән. Шулай уҡ ҡара: Һаҡлағыс ҡаплауҙар.

Р.Р.Ғиззәтуллин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018