ҮТКӘРГЕС ТОРБАЛАР, газ хәлендәге, шыйыҡ һәм ҡойолоп торған матдәләрҙе һыу йәки һауа м‑н ҡатнаштырып торбаның арҡыры киҫелешендәге баҫымдарҙың айырмаһы тәьҫирендә ташыу өсөн тәғәйенләнгән инженер ҡоролмалары; бер‑береһенә механик йәки иретеп йәбештереү юлы м‑н тоташтырылған торбаларҙан ҡорола. Ташыла торған матдәләргә ҡарап һыу үткәргестәрҙе, һауа үткәргестәрҙе, магистраль газ торбалары, нефть үткәргестәрҙе; тәғәйенләнеше б‑са – магистраль, промысла эсендәге, ярҙамсы, бүлеү, технологик үткәргес торбаларҙы; һалыу алымы б‑са – ер аҫты, ер өҫтө, һыу аҫты үткәргес торбаларын айыралар. Шыйыҡ мөхиттәрҙе ташыу өсөн насостар, газ хәлендәгеләрҙе – компрессорҙар ҡулланыла. Ү.т. техник торошон баһалау техник диагностика һөҙөмтәләре нигеҙендә уҙғарыла. Башҡортостанда тәүге ҡала һыу үткәргесе 1901 й., ҡала канализация селтәре – 1940 й. (икеһе лә Өфөлә), магистраль нефть үткәргесе – 1937 й. (Ишембай–Өфө), бензин үткәргесе – 1951 й. (Өфө–Берҙәүеш), газ үткәргесе – 1953 й. (Туймазы–Өфө–Черниковск), мазут үткәргесе – 1976 й. (Яңы Өфө НЭЗ‑ы–Өфө ТЭЦ‑2), кәрәсин үткәргесе 1980 й. (Яңы Өфө НЭЗ‑ы–Өфө аэропорты) файҙаланыуға тапшырылған. 90‑сы йй. аҙ. алып ҡасаба‑ара газ үткәргестәрен төҙөгәндә полиэтилен торбалар ҡулланыла, был Ү.т. хеҙмәт итеү ваҡытын һәм ҡороу тиҙлеген арттыра. Башҡортостанда һыу менән тәьмин итеү һәм канализация системалары өсөн пластмасса торбалар (“Башсантехмонтаж”), аэрокосмос техникаһы өсөн һығылмалы Ү.т. (“Гидравлика”), үткәргес торба арматураһы, насос һәм газ һурҙырыу агрегаттары (ӨМЭПБ), магистраль газ үткәргестәренең шарлы крандары өсөн электр приводтары (ӨПЭПБ) һ.б.  сығарыла. Магистраль Ү.т. төҙөү, капиталь һәм авария ремонттары, файҙаланыуҙың ышаныслылығын арттырыу, технологик ҡорамалдарҙы уйлап сығарыу өлкәһендәге тикшеренеүҙәр Энергоресурстарҙы күсереү проблемалары институтында һәм Нефть техник университетында алып барыла.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

Яндекс.Метрика