ҮТКӘРГЕС ТОРБА АРМАТУРАҺЫ, үткәргес торбаның стандарт элементтары, төп ҡорамалдар составына инмәгән, ләкин ташыла торған мөхит (газ хәлендәге, газ-шыйыҡса, шыйыҡ һ.б.) м‑н идара итеү өсөн кәрәк булған ярҙамсы ҡоролмалар. Тәғәйенләнеше б‑са Ү.т.а. бикләй торған (затворҙар), көйләй торған (дросселдәр), һаҡлаған (һаҡлағыстар), контролдә тотоу өсөн (күрһәткестәр) һ.б. бүленә. Ү.т.а. эш мөхитенең төрөн, баҫымын һәм т‑раһын (−60 алып 600оС тиклем), климатик шарттарҙы (тирә‑яҡтағы һауа т‑раһы −60оС тиклем булғанда эксплуатация) иҫәпкә алып һәм герметиклыҡ нормаларына ярашлы затворҙар ҡуйып яһайҙар. Эш мөхитенең шартлау һәм янғын хәүефлегенә, Ү.т.а. шартлы үткәреүсәнлегенә бәйле рәүештә Ү.т.а. м-н идара итеү өсөн гидро‑, пневмо‑ (ҡыҫылған һауа), электр һәм ҡул приводтары ҡулланыла ала. Ү.т.а. газ сәнәғәтендә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡта, микробиология сәнәғәтендә, нефтехимия сәнәғәтендә, химия сәнәғәтендә, энергетикала ҡулланыла. Башҡортостанда Ү.т.а. Благовещен арматура заводында (1942 й. алып), “Салаватнефтемаш” ААЙ-нда (1965–2002 йй.) һ.б. етештерелә.

Н.И.Коновалов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

ИЛЛ.:

Үткәргес торба арматураһы:

1 – шыналы бикләгес; 2 – күсерелеү ҡоролмалары булған һаҡлағыс клапандар блогы (Благовещен арматура заводы продукцияһы)

Яндекс.Метрика