ҮТӘШЕВ Фәрит Зәйнулла улы (15.11.1947, Калининград өлк. Советск ҡ.), инженер‑механик. Техник ф. д-ры (1992). БР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (1997). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1972) 1974 й. алып шунда уҡ эшләй: 1980 й. – “Тантал” махсус конструкторлыҡ-технология бюроһы хеҙм‑ре, 1982 й. – ҙур габаритлы деталдәр эшләү технологияһы бүлеге мөдире, 1987 й. – баш инженер. 1989 й. алып Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары ин‑тында: 1990 й. – ҡыҙҙырыуға сыҙамлы иретмәләрҙе йәйеү технологияһы бүлеге мөдире, 2006 й. башлап баш ғилми хеҙм-р. Фәнни хеҙмәттәре металл материалдарҙа ультраваҡ бөртөклө һәм нанокристаллик структураны формалаштырыуға, ҡыҙҙырыуға сыҙамлы иретмәләрҙе баҫым ярҙамында эшкәртеүгә арналған. Ү. тарафынан металдарҙы һәм иретмәләрҙе үтә һығылмалы итеп локаль деформациялау технологияһы, ҡыҙҙырыуға сыҙамлы никель иретмәләренән һәм титан иретмәләренән үтә һығылмалы ярымфабрикаттар алыу, прокатлау ысулдары м-н ҙур габаритлы деталдәрҙе әҙерләү алымдары, йәйеү станының яңы тибы, күсәргә ҡарата симметрик деталдәрҙе прокатлау өсөн автоматлаштырылған линия һ.б. уйлап сығарылған. 80-дән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 50 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Сверхпластичность, измельчение структуры и обработка труднодеформируемых сплавов. М., 2002 (авторҙ.).

В.В.Астанин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

 

 

Яндекс.Метрика