“ҮҪӘРГӘН ЫРЫУЫ ШӘЖӘРӘҺЕ”, башҡ. ауыҙ‑тел ижады ҡомартҡыһы, шәжәрә. Башҡ. телендә ҡобайыр формаһында яҙылған. Әҫәрҙә исемдәрҙең генеалогик теҙмәһе юҡ. Шәжәрә халыҡ араһында абруй ҡаҙанған, батыр итеп һүрәтләнгән, үҫәргән ырыуына нигеҙ һалған Мөйтән бейҙе данлауҙан башлана. Мөйтән бей һәм уның улы Үҫәргән Сыңғыҙхан м‑н осрашып, унан ер биләүгә ярлыҡ алалар. Ырыуҙы дауам итеүселәрҙән 35 кешенең исемдәре телгә алынған, башлыса бейҙәр, уларҙың ҡыйыулығы, байлығы һәм юғары дәрәжәләре һыҙыҡ өҫтөнә алына, ырыуҙың ҡайһы бер вәкилдәре т‑да әсе сарказм м‑н әйтелә. Күсермә 1900 й. Ырымбур губ. Орск өйәҙе Ҡужанаҡ а. (БР‑ҙың Ейәнсура р‑ны) кешеһе Шаһиғәлим Тоҡомбәтов тарафынан яҙып алына, 1931 й. Ғ.Ф.Вилданов ҡулына килеп эләгә; күсермәһе Ғилми архивта һаҡлана. Шәжәрә “Башҡорт шәжәрәләре” (“Башкирские шежере”; 1960) йыйынтығына индерелгән. Был ҡомартҡының сәсмә әҫәр һәм шиғри‑сәсмә формаларындағы башҡа варианттары ла бар.

Ғ.Б.Хөсәйенов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Яндекс.Метрика