ҮҪЕМЛЕКСЕЛЕК СЕЛЕКЦИЯҺЫ ҮҘӘГЕ, дәүләт ғилми учреждениеһы. Башҡортостан өсөн селекция һәм орлоҡсолоҡ өлкәһендә БНИИСХ‑ның эксперимент үткәреү базаһы булып тора. А.х. культуралары сорттарын һәм гибридтарын булдырыуға, а.х. культуралары етештереүҙең технологияларын эшләүгә һәм индереүгә махсуслаша. 1912 й. Шишмә а.х. тәж. ст. булараҡ ойошторола, 1931 й. алып Шишмә селекция‑тәж. ст., 1937 й. — Башҡ‑н дәүләт селекция ст., 1956 й. — БНИИСХ эргәһендә а.х. культуралары селекцияһы һәм орлоҡсолоғо бүлеге, 1998 й. хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә. Шишмә р‑ны Шишмә ҡасабаһында урынлашҡан. 2007 й. 115 кеше эшләгән. Ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 650 га тәшкил итә, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 303 га. Уңдырышлылыҡ (ц/га): Чулпан 7 — 49,8, Памяти Кунакбаева ужым арышы — 54,7; Лютесценс 9 — 43,5, Башкирская 10 ужым бойҙайы — 47,6; Башкирская короткостебельная ужым тритикалеһы — 58,9; Башкирская 26 — 35, Башкирская 27 — 33, Башкирская 28 — 38,5, Экада 70 йомшаҡ һәм ҡаты яҙғы бойҙайы — 37; Чишминская 229 борсағы — 17,7; Агидель — 20,3, Илишевская — 20,6, Инзерская ҡарабойҙайы — 22,4; Чишминская 84 — 421 (йәшел масса) һәм 25,5 (орлоҡ), Якташ судан үләне — 480 һәм 21,1; Заря күк гибрид люцернаһы — 369,5 (йәшел масса), 112 (бесән), 1,5 (орлоҡ); Юбилейный ҡылсыҡһыҙ ваҡ күстерәһе — 259,7 (йәшел масса), 85,7 (бесән), 2,9 (орлоҡ). А.х. культураларының 130‑ҙан ашыу сорты сығарылған, шуларҙың 75 сорты РФ‑тың 6 төбәге б‑са ҡулланылышҡа индерелгән. Үҙәк м‑н Ә.Н.Биктимеров, С.А.Ҡунаҡбаев, Н.И.Лещенко, В.И.Никонов, Б.К.Попов, Н.В.Руднев, А.М.Сабитов, В.Х.Хангилдин, Ә.Х.Шакирйәнов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Ә.Х.Шакирйәнов

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Яндекс.Метрика