ҮҘЛӘШТЕРЕЛГӘН ҺҮҘҘӘР, тел‑ара бәйләнештәр һөҙөмтәһендә икенсе тел системаһына күсерелгән бер телдең һүҙҙәре. Яңы төшөнсәләрҙе, элек булғандарын артабан дифференциациялау өсөн һәм әлегә тиклем билдәле булмаған предметтарҙы атау өсөн ҡулланыла. Башҡорт телендә лексик Ү.һ. 3 төп төркөмдән тора: ғәрәп теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр, фарсы теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр һәм урыҫ теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр. Ү.һ. шулай уҡ интернационализмдарҙы индерәләр. Тура (ниндәй ҙә булһа берәй телдән туранан‑тура) һәм ситләтелгән (икенсе тел аша) Ү.һ. айыралар. Ситләтелгән Ү.һ. башҡ. теленә, башлыса, урыҫ теле аша үтеп ингән һүҙҙәрҙән тора. Телдән һәм яҙма үҙләштерелә. Телдән үҙләштерелгәндә һүҙҙәр үҙләштергән телдең системаһына яраҡлаша һәм йыш ҡына тулыһынса уның фономорфологик төҙөлөшөнә буйһона; үҙләштергән телдә һөйләшеүселәр уның сит тел һүҙе икәнен тоймай һәм ул этимологик анализ (ҡара: Этимология) ярҙамында ғына асыҡлана, сағ.: ғәрәпсә “ҡалуғәтүн” – башҡортса “ҡала”, урыҫса “рожь” – башҡортса “арыш”, фарсыса “джан” – башҡортса “йән” һ.б. Яҙма Ү.һ. сығанаҡ-телдең өн, орфографик, грамматик һәм семантик үҙенсәлектәрен һаҡларға булышлыҡ итә, мәҫ., “хәҡиҡәт”, “ғәҙәт” һ.б. башҡ. теленең фонетик законлыҡтарына ҡаршы килә (ҡара: Сингармонизм). Ҡайһы бер осраҡтарҙа мәғәнә үҙгәрә, мәҫ., ғәрәп телендә “барыу” мәғәнәһен аңлатҡан “зыярат” һүҙе башҡ. телендә “зыярат” булып киткән. Ү.һ. сит тел һүҙҙәренең һүҙьяһалыш йәки мәғәнәүи структура нигеҙендә барлыҡҡа килгән калькалар ҙа килеп тоташа (мәҫ., башҡортса “башватҡыс” – урыҫса “головоломка”, “ҡулъяҙма” – “рукопись”, “киҫәксә” – “частица” һ.б.). Оҙайлы тарихи мөнәсәбәттәр һәм телдәрҙең ҡушылыуы һөҙөмтәһендә башҡ. теленең лексикаһында Ү.һ. ҙур урын алып тора. Башҡортостанда ике теллелек шарттарында үҙләштереү процесы көсәйә.

Әҙәб.: Киекбаев Ж.Ғ. Хәҙерге башҡорт теленең лексикаһы һәм фразеологияһы. Өфө, 1966; Ҡаһарманов Ғ.Ғ. Башҡорт теленең лексикаһы һәм терминологияһы. Стәрлетамаҡ, 2002; Ишбердин Э.Ф. Историческое развитие лексики башкирского языка. М., 1986.

М.В.Зәйнуллин

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

 

Яндекс.Метрика