БАБКОВ Вадим Васильевич (20.3.1935, Иркутск өлк. Кимильтей а.), инженер‑төҙөүсе. Техник ф. д‑ры (1990), проф. (1992). РФ‑тың атҡ. төҙөүсеһе (2003), БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1995). Новосибирск т. юл транспорты инженерҙары ин‑тын тамамлаған (1958). 1962 й. алып БР Төҙөлөш комплексы ғилми-тикшеренеү проект-конструкторлыҡ һәм производство ин‑тында эшләй: 1966 й. башлап лаб. мөдире, 1978 й. — фәнни эштәр б‑са дир. урынбаҫары. 1983 й. алып ӨДНТУ‑ла уҡыта (1992—2002 йй. төҙөлөш конструкциялары каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге бетондарҙың ныҡлығын, һыуыҡҡа, бәрелеүгә сыҙамлылығын арттырыуҙың һәм күп күләмле сәнәғәт ҡалдыҡтары нигеҙендә бәйләүес матдәләр синтезының технологик ысулдарын өйрәнеүгә арналған. Б. уйлап табыуҙары БР‑ҙа һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә, БДБ илдәрендә төҙөлөш объекттарын проектлауҙа һәм күтәреүҙә файҙаланыла. “Башҡортостан Республикаһында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” һәм “Төҙөлөштә күрһәткән хеҙмәттәре өсөн” орд. (икеһе лә — 2010 й.) м‑н бүләкләнгән. 500‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 30 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Технология фильтр-прессования в производстве облицовочных изделий. Самара, 1999 (авторҙ.); Структурообразование и разрушение цементных бетонов. Уфа, 2002 (авторҙ.); Утилизация осадков сточных вод гальванических производств. М., 2003 (авторҙ.).

А.А.Семёнов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Текст на башкирском языке

 

Яндекс.Метрика