ҮҘЙӨРӨШЛӨ АРТИЛЛЕРИЯ ҠУЛАЙЛАМАҺЫ, үҙйөрөшлө шассиға урынлаштырылған артиллерия орудиеһы (пушка, гаубица, атҡандан һуң артҡа типмәгән орудие, миномёт). Хәрәкәт итеү тиҙлеге 80 км/сәғ. тиклем, экипажы 4–7 кеше. Танкыларҙан айырмалы рәүештә Ү.а.ҡ. атыу алыҫлығы ҙур (8–50 км), боролмай торған башнялы, өлөшләтә бронялы булыуы ихтимал. Алыш ваҡытында танк һәм мотоуҡсылар (мотопехота) ғәскәрҙәренә ярҙам итеү һәм ут м‑н оҙатып барыу, танкыға ҡаршы оборона, төрлө объекттарҙы (ш. иҫ. ышыҡта булған) юҡ итеү өсөн тәғәйенләнгән. 1983–2000 йй. Стәрлетамаҡ машиналар эшләү заводында тиҙ хәрәкәт иткән үҙйөрөшлө “Мста‑С” гаубицаһы сығарыла, ул артҡы өлөшөндә мотор бүлеге һәм урта өлөшөндә боевой бүлек булған махсус уйлап сығарылған үҙ йөрөшлө сынйырлы тәгәрмәсле шассиға урынлаштырылған бронялы башнянан (орудиеһы бар) торған. Махсус фильтрҙар системаһы гаубица экипажын радиацион, бактериологик һәм химик ағыуланыуҙан һаҡлай.

С.И.Каменев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

ИЛЛ: “Мста-С” үҙйөрөшлө артиллерия ҡулайламаһы

 

 

Яндекс.Метрика