ҮЗБӘК ТЕЛЕ, төрки телдәрҙең береһе (ҡарлыҡ төркөмө). Үзбәктәрҙең милли теле, Үзбәкстандың дәүләт теле. Шулай уҡ Афғанстанда, Ҡаҙағстанда, Ҡырғыҙстанда, РФ‑та, Тажикстанда, Төркмәнстанда таралған. Һөйләшеүселәр һаны – яҡынса 20 млн (1995), ш. иҫ. БР‑ҙа – 19 меңдән ашыу кеше (2002). Уйғыр теленә яҡын. Ҡарлыҡ‑уйғыр ҡәбиләләре теленә барып тоташа. Иҫке үзбәк теле 13 б. формалаша. Хәҙ. аралашыу теле диалекттары генетик яҡтан төрлө: уларҙың формалашыуында ҡарлуҡ, ҡыпсаҡ, уғыҙ диалект төркөмдәрендә һөйләшеүселәр ҡатнаша; фонетик билдәләре б‑са 2 төркөмгә бүленә: о‑лаштырып һөйләшеүселәр (Ташкент, Сәмәрҡәнд, Бохара ҡҡ. һәм уларға сиктәш райондарҙың һөйләштәре) һәм а‑лаштырып һөйләшеүселәр (һүҙ башындағы [й] йәки [дж] тартынҡыһының ҡулланылыуынан сығып, 2 төркөмсәһен айыралар). Хәҙ. әҙәби Ү.т. нигеҙендә о‑лаштырып һөйләшкән ташкент‑фирғәнә төркөмө ята. Фонетикаһы тартынҡы өндәрҙең төшөп ҡалыуы м‑н бәйле беренсел оҙон һуҙынҡыларҙың булмауы һәм икенсел оҙон һуҙынҡыларҙың булыуы м‑н; беренсе ижектәге [а] һуҙынҡыһының даими рәүештә иренләшмәгән [о] һуҙынҡыһына күсеүе м‑н характерлана, сағ.: үзбәксә “тош” т[о]ш – башҡортса таш т[а]ш, “босма” б[о]сма – баҫма б[а]ҫма. Морфологияһына сингармонизм булмауының һөҙөмтәһе булып аффикстарының бер вариантлы булыуы хас. Ү.т. һүҙлек составы нигеҙендә дөйөм төрки лексикаһы ята; ғәрәп теленән һәм фарсы теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр күп. 20 б. 20‑се йй. аҙ. тиклем яҙыуы ғәрәп яҙмаһы нигеҙендә, һуңынан – латиницала, 40‑сы йй. алып кириллицала башҡарыла. 2000 йй. алып яңынан латин алфавиты ҡулланыла. 15 б. шағирҙары Науаи, Бабур әҫәрҙәре иң боронғо яҙма ҡомартҡылар булып тора.

Әҙәб.: Кононов А.Н. Грамматика современного узбекского литературного языка. М., 1950. Баскаков Н.А. Введение в изучение тюркских языков. М., 1969.

Э.Ф.Ишбирҙин

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Яндекс.Метрика