УХСАЙ Яков Гаврилович [26.11.1911, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Ыҫлаҡбаш а. (БР‑ҙың Бәләбәй р‑ны) — 7.7.1986, Чебоксар, тыуған ауылында ерләнгән], шағир. Сыуаш АССР‑ының халыҡ шағиры (1950). Сыуаш АССР‑ының атҡ. сәнғәт эшмәкәре (1945). Яҙыусылар союзы ағзаһы (1938). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. К.А.Тимирязев ис. Башҡ. пед. ин‑тында (1928—30), МДУ‑ла (1930—33) уҡый. 1930 йй. “Коммунар” гәз. (Мәскәү), 1933 й. алып Бишбүләк һәм Приют МТС‑тары гәз., 1935—36 йй. Башҡ‑н тел һәм әҙәбиәт ҒТИ‑нда эшләй. 1940 й. башлап Чебоксарҙа йәшәй. У. ижадына эскерһеҙ интонацияның ҡаты гражданлыҡ пафосы м‑н бергә килеүе, фольклор традицияларын ҡулланыу хас. “Шиғырҙар” (1934; сыуаш телендә), “Шатлыҡ китабы” (“Книга радости”; 1936), “Утлы тел” (“Огненный язык”; 1940), “Ватан” (“Родина”; 1959) һ.б. шиғыр йыйынтыҡтары авторы. Балалар әҙәбиәте [“Иван Запечный”, 1937; “Көснәсе һәм айыу” (“Гусляр и медведь”), 1954 һ.б. шиғри әкиәттәр], әҙәби тәнҡит өлкәһендә эшләй. Байтаҡ шиғырҙарында Башҡортостанға бәйле тәьҫораттары [“Тыуған ерем! Бәхетлемен, ғорурланам һинең менән...” (“Мой край! Тобой горжусь, счастливый...”), “Мин урмандың тыныс ҡыштырлауын беләм...” (“Я знаю тихий шелест леса...”), “Көҙгө табын йыры” (“Осенняя застольная”), “Өфө баҙары” (“Уфимский базар”) һ.б.], М.Ғафури, С.Ҡудаш м‑н дуҫтарса мөнәсәбәттәре (“Мине татар тип иҫәпләйҙәр”, “Болоттар”) т‑да яҙа. “Гусли тауы түбәһендә” (“На вершине Гусли‑горы”; 1963), “Чапаев менән осрашыу” (“Встреча с Чапаевым”; 1967), “Сильбий туғайы өҫтөндә йәйғор” (“Радуга над Сильбийском лугом”; 1969) поэмалары Башҡортостандағы революцияға (1917), туған тәбиғәттең матурлығына арналған. “Тудимер” (1941; бөтәһе лә – сыуаш телендә) шиғри трагедияһында сыуаш батыры, Салауат Юлаевтың көрәштәше образын тыуҙырған. Шиғырҙарын башҡ. теленә Ғ.Дәүләди, Х.Назар, Ғ.Әмири һ.б. тәржемә иткән. Сыуаш АССР‑ы ЮС‑ының 5‑се саҡырылыш депутаты. РСФСР‑ҙың М.Горький ис. Дәүләт (1972), Сыуаш АССР‑ның К.Иванов ис. Дәүләт (1971) пр. лауреаты. Ленин (1981), Окт. Ревлюцияһы (1971), 1‑се һәм 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы (1943, 1944), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1961), “Почёт Билдәһе” (1950) орд. м‑н бүләкләнгән. Тыуған ауылында бюст ҡуйылған, 2000—02 йй. шағирҙың музей комплексы эшләй. Чебоксарҙа Мәҙәниәт һарайы уның исемен йөрөтә, У. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Әҫәрҙ.:  Сыуаш ере: шиғырҙар. Өфө, 1969; Избранное. М., 1973.

Әҙәб.: Нәжми Н. Шағирҙың салауат күпере //Кем уйлаған. Өфө, 1983; Бассаргин Б. Яков Ухсай: критико-биогр. очерк. Чебоксары, 1965; Я.Г.Ухсай в воспоминаниях современников. Чебоксары, 2005.

С.Ғ.Сафуанов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов