УТЛЯКОВ Геннадий Иванович (9.10. 1949, Өфө – 24.12.2010, шунда уҡ), инженер‑электромеханик. Техник ф. д‑ры (2000), проф. (2005). СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1985). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1971) шунда уҡ эшләй: 1975 й. алып өлкән ғилми хеҙм‑р, 1994 й. — фәнни эштәр б‑са проректор урынбаҫары, 2003 й. башлап ғилми‑тикшеренеү бүлеге начальнигы. Фәнни эшмәкәрлеге осоу аппараттарының электр ҡорамалдары системалары (ш. иҫ. аныҡ булмаған логика алгоритмдары һәм нейрон селтәрҙәре файҙаланылған) өлкәһендәге тикшеренеүҙәргә арналған. У. тарафынан көсөргәнеште һәм йышлыҡты көйләү ҡоролмаларының, алмаш ток генераторҙарын артыҡ көс төшөүҙән һәм ҡыҫҡа тоташыуҙарҙан һаҡлау схемалары, контактһыҙ синхрон генераторҙарҙы (ҡеүәте 40 һәм 120 кВт), икенсел электр тогы сығанаҡтары генераторҙарын (200–1500 Вт) гармоник компаундлау системалары уйлап табылған. 100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 40 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Комбинированные системы регулирования напряжения синхронных генераторов. М., 1998 (авторҙ.).

В.М.Куляпин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018