УСПЕНСКИЙ Глеб Иванович (25.10.1843, Тула ҡ. — 6.4.1902, С.‑Петербург), яҙыусы. “Растеряев урамы йолалары” (“Нравы Растеряевой улицы”; 1866), “Ауыл көндәлегенән” (“Из деревенского дневника”; 1877—80) очерк китаптары, “Бөлгөнлөккә төшөү” (“Разоренье”; 1869—71) повестар йыйынтығы һ.б. авторы. 1889 й. Ырымбур губернаһына һәм Өфө губернаһына килә. “Ырымбурҙан Өфөгә тиклем” (“От Оренбурга до Уфы”; 1889) китабында сәйәхәттән алған тәьҫораттары сағылдырыла, унда автор эшҡыуарҙарҙың башбаштаҡлығы арҡаһында хәйерселеккә төшкән ерле халыҡтың һәм күсеп килгән крәҫтиәндәрҙең трагик хәлен һүрәтләй; Башҡортостандың матурлығы һәм тәбиғәтенең байлығын халҡының ҡот осҡос хәйерселегенә ҡаршы ҡуя.

Әҫәрҙ.: Избранные сочинения. М., 1990.

Әҙәб.: Башкирия в русской литературе. Т.2. Уфа, 1964; Рахимкулов М.Г. Любовь моя — Башкирия. Уфа, 1985.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов