УСМАНОВ Шамил Ғәйепйән улы (24.10.1940, БАССР‑ҙың Күгәрсен р‑ны Үрге Сирбай а.), зоотехник. А.х. ф. д‑ры (2002), проф. (2013). К.А.Тими- рязев ис. Мәскәү а.х. акад. тамамлағандан һуң (1968) Күгәрсен р‑нының “Октябрь” с‑зында зоотехник‑селекционер булып эшләй. 1970—74 йй. 6‑сы “Геркулес” СДЮСШОР‑ында (Өфө), 1977 й. алып БДАУ‑ҙа уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре һарыҡсылыҡ продукцияһын етештереүҙе арттырыуға, ш. иҫ. Башҡортостанда үрсетелгән һарыҡ тоҡомдарының (тексель һәм совет мериносы) ит сифатын камиллаштырыуға, арналған. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 2 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Технология получения и выделки кожевенного и шубно‑мехового сырья. Уфа, 1992 (авторҙ.); Интенсификация производства продукции овцеводства Республики Башкортостан. Уфа, 2009 (авторҙ.).

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.