УСМАНОВ Салауат Мөҙәрис улы (17.9.1947, БАССР‑ҙың Саҡмағош р‑ны Үрге Ҡаръяуҙы а.), физик. Физика‑матем. ф. д‑ры (1996). РФ юғары мәктәбенең атҡ. хеҙм‑ре (2005), БР‑ҙың атҡ. халыҡ мәғарифы хеҙм-ре (1997), РСФСР‑ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1989), БР‑ҙың мәғариф отличнигы (1997), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (1999), РФ‑тың почётлы фән һәм техника хеҙм‑ре (2007). Бөрө пед. ин‑тын тамамлағандан һуң (1971) 1973 й. тиклем В.И.Ленин ис. Мәскәү пед. ин‑тында эшләй. 1976 й. алып Бөрө соц.‑пед. акад.: 1979 й. башлап дөйөм физика каф. мөдире, 1989 й. – уҡыу‑уҡытыу эштәре б‑са проректор, 1995 й. – ректор. Фәнни эшмәкәрлеге радиацияның полимер материалдарҙың физик‑химик үҙсәнлектәренә йоғонтоһон, релаксация спектрометрияһының механизмдарын өйрәнеүгә һәм моделдәр әҙерләүгә арналған. У. тарафынан химик физиканың коррект булмаған мәсьәләләре сиселгән, статик Монте‑Карло ысулын ҡулланып, өс үлсәмле полимерлашыуҙың кинетикаһы өйрәнелгән. Салауат Юлаев орд. м‑н бүләкләнгән (2007). 230‑ҙан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Релаксационная поляризация диэлектриков. М., 1996; Ритмы окружающего мира и человек. Уфа, 2007; Numerical Methods of Solving Ill‑Posed Problems of Dielectric Spectrometry. New York, 2002 (авторҙ.).

Ш.Ғ.Зиятдинов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов