УСМАНОВ Сәйет Усман улы [22.4. 1922, АСБР‑ҙың Юрматы кантоны Яңы Муса а. (БР‑ҙың Көйөргәҙе р‑ны) – 1972, Ташкент], тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (1965). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. Ташкент пед. ин‑тын тамамлаған (1944), 1955 й. алып шунда уҡ эшләй: 1957 й. — үзбәк тел ғилеме, 1964 й. — дөйөм тел ғилеме каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге үзбәк теленең орфографияһына, терминологияһына, лексикологияһына, морфологияһына; башҡа төрки телдәрҙе тикшереүгә арналған. 50‑нән ашыу фәнни хеҙмәт, ш. уҡ вуздар өсөн дәреслектәр һәм уҡыу әсбаптары авторы. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҙәб.: М е м е т о в А., А ш и р б а е в С. Саид Усманович Усманов //Советская тюркология. 1982. №2.

М.В.Зәйнуллин

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.