УСМАНОВ Йософ Абдрахман улы (8.6.1903, Өфө губ. Бәләбәй өйәҙе Иҫке Килем а., хәҙ. БР‑ҙың Бүздәк р‑ны Килем а., — 1.2.1993, Өфө), агрохимик. А.х. ф. д‑ры (1968), проф. (1961). РСФСР‑ҙың (1971), БАССР‑ҙың (1957) атҡ. фән эшмәкәре, СССР‑ҙың соц. а.х. отличнигы (1971). А.Усмановтың улы. К.А.Тимирязев ис. Мәскәү а.х. акад. тамамлағандан һуң (1930) БАХИ‑ла эшләй: 1931 й. алып агрохимия һәм тупраҡ ғилеме лаб. мөдире, 1934—35 йй. һәм 1947—49 йй. агрономия ф‑ты деканы, 1950—78 йй. агрохимия каф. мөдире. У. респ. агрохимия үҫешенә ҙур өлөш индергән. Фәнни эшмәкәрлеге тупраҡтың уңдырышлылығын арттырыу мәсьәләләренә, үҫемлектәрҙе азот һәм фосфор м‑н туҡландырыу, тупраҡҡа гипс индереү, тупраҡҡа эзбиз индереү проблемаларына һ.б. арналған. Минераль ашламалар, органик ашламалар, йәшел ашлама файҙаланыу системаһын эшләгән, Силәбе өлк. Әшә һәм Эҫем ятҡылыҡтары фосфоритын төрлө а.х. культураларына индереүҙең һөҙөмтәлелеген билдәләгән. 260‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы. БАССР ЮС‑ының 2‑се саҡырылыш депутаты. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1957), Халыҡтар дуҫлығы (1980), “Почёт Билдә .е” (1944, 1966) орд. м‑н бүләкләнгән. У. исеме м‑н Бүздәк р‑ны Килем а. урам аталған.

Х е ҙ м.: Ашинские фосфориты и их применение на удобрение. Уфа, 1961; Зелёное удобрение (сидерация). Уфа, 1988.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.