УСМАНОВ Ғиндулла Ғариф улы [18.6.1875, Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Ғүмәр а. (БР‑ҙың Кушнаренко р‑ны) – 1956, шунда уҡ], шағир‑импровизатор. 1884—91 йй. Өфө губ. ш. уҡ исемле өйәҙе Арыҫлан а. (БР‑ҙың Шишмә р‑ны) мәҙрәсәлә уҡый. “Башҡорт халыҡ ижады” йыйынтығына ингән фәлс. йөкмәткеле “Ваҡыт”, “Бәхет”, “Баһа бирелә” шиғырҙары, “Ҙур ыласын”, “Кем көслө?” әкиәттәре һ.б. авторы. Ҡулъяҙмалары Ғилми архивта һаҡлана.

Әҙәб.: Г а л и н С.Ә. Ғиндулла сәсән //Башҡорт халҡының ауыҙ‑тел ижады. Өфө, 2009.

С.Ә.Галин

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов