“УҪАҠЛЫ”, крәҫтиән (фермер) хужалығы. Нуриман р‑нында урынлашҡан. Һыйыр малы фермаһы, умарта баҙы һ.б. бар. 2009 й. 4 кеше эшләгән. Ер майҙаны — 89 га, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 60 га; ҡуртымға алынған ерҙәр — 40 га. Һыйыр малы һаны — 14, йылҡы — 12, һарыҡ һәм кәзә — 20, бал ҡорто ғаиләһе һаны — 50. Етештерелгән (т): иген — 11, ит — 3,6, бал — 1. Продукцияһы БР‑ҙа һатыла. 1993 й. С.М.Киров ис. к‑здың пай һәм ҡуртымға алынған ерҙәрендә ойошторола.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.