УРЫҪ ТЕЛЕНӘН ҮҘЛӘШТЕРЕЛГӘН ҺҮҘҘӘР. Башҡорттарҙың урыҫтар м‑н оҙайлы бәйләнеше һөҙөмтәһендә башҡорт теленә үтеп ингән. Урыҫ теленән иртә, башҡ. әҙәби теле формалашҡанға тиклемге, һәм һуң үҙләштерелгән һүҙҙәргә бүленә. Иртә У.т.ү.һ. башҡ. теленең орфоэпия нормаларына буйһона: урыҫ һүҙҙәре протеза (урыҫса “скамья” — башҡ. “эскәмйә”), эпентеза (“труба” — “торба”) һәм сингармонизм (“бревно” — “бүрәнә”) закондары йоғонтоһона бирелә. Һуң У.т.ү.һ. урыҫ орфографияһы ҡағиҙәләренә ярашлы яҙыла, уларҙың әйтелеше башҡ.‑урыҫ билингвизмының индивидуаль үҙенсәлектәренә бәйле. Хәҙ. башҡ. телендә У.т.ү.һ. лексиканың яҡынса 1,8%‑ын тәшкил итә: “бритва”, “кирбес” (кирпич), “милтә” (фитиль), “пионер”, “стакан”, “фантик”, “шар” һ.б.; шулай уҡ интернационализмдар бар (яҡынса 3,2%).

Э.Ф.Ишбирҙин

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.