УРЫҪ ДИАЛЕКТОЛОГИЯҺЫ, урыҫ теленең диалекттарын өйрәнгән урыҫ тел ғилеме бүлеге. У.д. сығанаҡтары 18 б., М.В.Ломоносов хеҙмәттәренә барып тоташа, ул мәскәү, төньяҡ һәм бәләкәй урыҫ диалекттарын айырып күрһәтә. Рәсәйҙең Европа өлөшөндәге терр‑яһында урыҫ теленең диалекттарын фәнни нигеҙҙә айырымлап күрһәтеү тәүге тапҡыр Мәскәү диалектологик комиссияһының “Урыҫ диалектологияһы очеркы ҡушымтаһы менән Европалағы урыҫ теленең диалектологик картаһы тәжрибәһе” (“Опыт диалектологической карты русского языка в Европе с приложением очерка русской диалектологии”; 1915) коллектив хеҙмәтендә бирелә; картала төньяҡ һәм көньяҡ һөйләштәр, урта урыҫ һөйләштәре күрһәтелә; Башҡортостан терр‑яһы өлөшләтә Владимир‑Волга буйы тибындағы о‑лаштырып һөйләшеү м‑н билдәләнгән. “Урыҫ диалектологияһы” (“Русская диалектология”; 1964; Р.И.Аванесов һәм В.Г.Орлова редакцияһында) китабында бирелгән диалектологик картала Башҡортостан терр‑яһы күрһәтелмәгән.

Башҡортостан терр‑яһына ҡарата У.д. б‑са тикшеренеүҙәр лингвистик геогр. һәм лексикография мәсьәләләре м‑н бәйле: 40‑сы йй. алып йыл һайын БДУ студенттары һәм уҡытыусылары ҡатнашлығында диалектологик экспедициялар (1947 й. алып А.М.Иорданский, 1953 й. — З.П.Здобнова етәкс.) ойошторола. 197 торама пункттың һөйләштәре б‑са йыйылған мәғлүмәттәр нигеҙендә Здобнова тарафынан атлас төҙөлгән: 1‑се бүлек. “Башҡортостанда урыҫ теленең территориаль төрҙәре” (“Территориальное варьирование русского языка в Башкирии”; 1977), 2‑се бүлек. “Башҡортостанда урыҫ һөйләштәренең типологияһы” (“Типология русских говоров в Башкирии”; 1981), унда картаға төшөрөүҙең автор тарафынан эшләнгән үҙенсәлекле ысулдары ҡулланылған. Лексик материалдар “Башҡортостандың урыҫ һөйләштәре һүҙлеге”нә (“Словарь русских говоров Башкирии”; 4 бүлектә; 1997—2005; Здобнова редакцияһында) индерелгән.

Башҡортостандың урыҫ һөйләштәрен фәнни яҡтан тасуирлау 50—60‑сы йй. башлана (Иорданский, И.А.Каншин, О.М.Трахтенберг һ.б.); респ. төньяҡ‑көнсығыш райондарының урыҫ һөйләштәрен комплекслы тикшереү Р.А.Юналеева тарафынан башҡарыла. Здобнова хеҙмәттәрендә бөтә БР терр‑яһы һөйләштәренең фонетик, грамматик, лексик характеристикалары һәм төркөмдәре бирелгән (яҡынса 200 торама пункт); урыҫ диалект теле системаһында уларҙың урыны билдәләнгән; респ. терр‑яһында бөтә төп диалектологик структураларҙа (төньяҡ, көньяҡ, урта урыҫ) күсеп килеүселәрҙең һөйләштәре барлығы асыҡланған; диалектологик үҙенсәлектәр характеры, урыҫ һөйләштәренә төрки телдәрҙең йоғонтоһо һ.б. һүрәтләнгән. Ю.А.Ермолаева, Г.М.Ҡорбанғәлиева, Ю.П.Чумакова, Л.Л.Әйүпова һ.б. хеҙмәттәре У.д. тос өлөш индерә. Шулай уҡ БР ғалимдары Здобнова етәкс. “Урыҫ теленең диалектологик атласы” (“Диалектологический атлас русского языка”), “Дөйөм славян лингвистик атласы” (“Общеславянский лингвистический атлас”), “Урыҫ халыҡ һөйләштәренең лингвистик атласы” (“Лексический атлас русских народных говоров”) өсөн материал йыйыуҙа һәм карталар төҙөүҙә ҡатнаша.

Әҙәб.: З д о б н о в а З.П. Судьба русских переселенческих говоров в Башкирии. Уфа, 2001.

З.П.Здобнова, С.В.Овчинникова

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018