УРМАНЧЕЕВ Саид Фёдорович (20.2.1952, Өфө), механик. Физика‑матем. ф. д‑ры (2005), проф. (2010). Мәскәү энергетика ин‑тын тамамлаған (1975). 1980 й. алып СССР ФА УрБ БФҮ‑нең Физика һәм матем. бүлегендә, 1988 й. – Математика ин‑тында, 1991 й. – РФА Себер бүлексәһенең Күп фазалы системалар механикаһы ин‑тында (Төмән ҡ.) эшләй. 1992 й. алып Механика ин‑тында: өлкән ғилми хеҙм‑р, 2000 й. – лаб. мөдире, 2001 й. – фәнни эштәр б‑са дир. урынбаҫары, 2003 й. – дир.; бер үк ваҡытта 1992 й. башлап БДУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге күҙәнәкле мөхиттәр динамикаһына, термогидродинамикаға, матем. моделдәр әҙерләүгә арналған. У. тарафынан туйындырылған күҙәнәкле мөхиттәрҙә баҫым тулҡындары һәм бәрмә тулҡындар таралыуы теорияһы үҫтерелгән, фаза-ара тәьҫирләшеү көстәренә анализ үткәрелгән, термоүҙлелеге аномаль булған шыйыҡлыҡтар гидродинамикаһының нигеҙҙәре төҙөлгән, бер төрлө булмаған т-ра ҡырында шыйыҡлыҡтарҙың термоүҙле структуралар барлыҡҡа килеү сәбәпле ағыуы законлыҡтары асылған, каталитик крекинг ҡулайламаһының лифт-реакторы каналында ваҡ бөртөклө катализаторҙың ағыуы мәсьәләһенең матем. моделе һәм сисеү алгоритмы табылған һ.б. 100-ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Моделирование взаимодействия воздушной ударной волны с пористым экраном //Физика горения и взрыва. 2000. Т.36. №4 (авторҙ.); Установившееся течение жидкости с температурной аномалией вязкости //Доклады Академии наук. 2004. Т.396. №2 (авторҙ.).

В.Н.Кирәев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов