БАБИЧ Ш. МУЗЕЙЫ. БР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны Әсән а. урынлашҡан. 1995 й. Ш.Бабичтың тыуыуына 100 йыл тулыу айҡанлы Милли музей филиалы булараҡ асыла, 2002 й. алып Милли әҙәби музей филиалы. Әҙәби музей фондында 500‑гә яҡын һаҡлау берәмеге, ш. иҫ. шағирҙың автографтары м‑н “Аҡмулла” ж. ҡайһы бер һандары, 1922 й. Ҡазанда баҫылған “Шиғырҙар мәжмүғәһе” китабы; ҡулъяҙма шиғырҙар йыйынтығының (1912), “Ҡармаҡ”, “Шура” ж., “Ваҡыт”, “Тормош” гәз. баҫылған шиғырҙарының, ш. уҡ визит карточкаһының күсермәләре һаҡлана. Экспозицияла рәсем сәнғәте, графика һәм скульптура әҫәрҙәре, 19 б. көнкүреш һәм биҙәү‑ҡулланма сәнғәте әйберҙәре, шағирҙың тормошо һәм эшмәкәрлеге т‑да фото- һәм документаль материалдар күрһәтелгән.

А.В.Шәрипова

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика