УРАН, Ҡояштан алыҫлығы б‑са етенсе урында торған планета‑гигант. Ҡояштан уртаса алыҫлығы 2869 млн км (19,19 а.б.). Сидерик әйләнеү периоды 84,02 йыл. Күсәре тирәләй әйләнеү периоды 17 сәғ. 14 мин. Әйләнеү күсәренең орбита буйлап хәрәкәте яҫылығына ауышлығы 7°55′12′′. Диам. 52,4 мең км. Массаһы 8,7∙1025 кг. Уртаса тығыҙлығы 1,30∙103 кг/м3. Атмосфераһының химик составы: водород (яҡынса 83%), гелий (яҡынса 15%), метан (2%) һ.б. Атмосфераның аҫҡы ҡатламында метандан торған болоттар бар, улар экваторға параллель йүнәлешле, был көслө елдәр булыуын иҫбатлай. Ҡаты йөҙө юҡ. Таш ядроһы бар, тип фараз ителә. У. Ҡояш системаһының башҡа планеталарынан әйләнеү күсәренең планета орбитаһы яҫылығында тиерлек ятыуы м-н айырыла. Күсәре тирәһендә әйләнеү йүнәлеше Ҡояш тирәһендә әйләнеү йүнәлешенә ҡаршы. 20 б. 70‑се йй. Ерҙән күҙәтеүҙәр ваҡытында, үлсәмдәре 1–3 м тиклем булған таш һәм боҙ киҫәктәренән торған ҡараңғы ҡулсалар (11) системаһы булыуы асылған. Ҡулсаларҙың араһын асыҡ төҫтәге туҙан тултырған. У. 27 спутнигы бар (2006 й. дек.), иң ҙурҙары Титания, Оберон, Ариэль, Умбриэль, Миранда. У. – ялтырауы яҡынса 6‑сы йондоҙ дәүмәленә тиклем булған йәшел-зәңгәр төҫтәге яҡтыртҡыс. БР терр‑яһында күренгән мәлендә бинокль аша күҙәтеп була, ябай күҙ м‑н саҡ айырыла. Шулай уҡ ҡара: Планетарий.

У.Ш.Баязитов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов