УРАЛ-ВОЛГА БУЙЫ ТӨРКИ ТЕЛЕ, иҫке төрки теле, 13 б. уртаһы — 20 б. башы китап‑яҙма теле, төркителенең төбәк төрҙәренең береһе. Ҡараханлы‑уйғыр һәм хәрәзм‑төрки әҙәби телдәре (ҡара: Боронғо һәм урта быуат төрки әҙәби телдәре) нигеҙендә формалашҡан. Башҡорттар һәм татарҙар тарафынан ҡулланылған. Урыҫ‑милли дипломатик һәм эш ҡағыҙҙары яҙыуҙарында файҙаланылған, урындағы эш башҡарыу теле булып торған. У.‑В.б.т.т. китаптар (ҡара: Китап нәшер итеү эше), гәзит һәм журналдар баҫтырып сығарылған, мәҙрәсәлә, урыҫ‑башҡорт халыҡ училищеларында уҡытыу алып барылған, художестволы әҙәбиәт әҫәрҙәре һ.б. ижад ителгән. У.‑В.б.т.т. өсөн ғәрәп яҙмаһы ҡулланылған. Иң иртә яҙылған ҡомартҡы – Ҡол Ғәлиҙең “Ҡиссаи Йософ”. У.‑В.б.т.т. үҫешендә бер нисә этап айырыла: 1) 13 б. 1‑се ярт. У.‑В.б.т.т. боронғо уйғыр теле, болғар теле, уғыҙ һәм ҡыпсаҡ телдәре үҙенсәлектәре тигеҙ йәшәп килә. Төп үҙенсәлектәре: сығанаҡ килештең боронғо уйғыр һәм ҡыпсаҡ формалары ‑дын/‑дин һәм ‑дан/‑дән аффикстары, мәҫ., “күзләрендин йәшләр аҡты” (күҙҙәрҙән йәштәр тамды), “уйҡудан, йемәкдән, ичмәкдән мәхрүм ҡалды” (йоҡонан, ашауҙан һәм эсеүҙән яҙҙы); төшөм һәм төбәү‑йүнәлеш килештәрендә уғыҙ аффикстары ‑е/‑и, ‑а/‑ә (‑йа/‑йә), мәҫ., “өнеме ишед” (минең тауышымды ишет), “сөчеңези белдем” (һеҙҙең гонаһығыҙҙы белдем), “зиндана яҡын килде” (зинданға яҡын килде); ‑ан/‑ән, ‑мыш/‑меш м‑н килгән үткән заман сифат ҡылымдары, мәҫ., “күрән кеше” (күргән кеше), “ачыҡмыш бүре” (асыҡҡан бүре); ҡылымдың бойороҡ һөйкәлешен реализациялау өсөн аффиксһыҙ йәки ‑ғыл/‑гел аффикслы ҡылым нигеҙе, мәҫ., “эшлә”/“эшләгел” (эшлә), “аңла”/“аңлағыл” (аңла) һ.б. ҡулланыла. Лексикаһын ҡыпсаҡ һәм уғыҙ һүҙҙәре төҙөй, ғәрәп теленән һәм фарсы теленән билдәле үҙләштерелгән һүҙҙәр ҡатламы тәшкил итә; 2) 13 б. 2‑се ярт. — 15 б. У.‑В.б.т.т. ғосман һәм сығатай яҙма әҙәби телдәренең йоғонтоһо ныҡ булһа ла, ҡыпсаҡ элементтары өҫтөнлөк ала. Төп үҙенсәлектәре: анлаутта [й] хәрефенең өҫтөнлөк итеүе, мәҫ., “йаҡшы” (яҡшы), “йаңы” (яңы); ауслаутта ҡайһы бер һүҙҙәрҙең [к], [ҡ], [ғ] тартынҡыларының һаҡланыуы, мәҫ., “кичик” (бәләкәй), “ҡороҡ” (ҡоро), “олуғ” (ҙур, бөйөк); ‑ған/‑гән тип тамамланған сифат ҡылымдар м‑н бер рәттән ‑мыш/‑меш тип тамамланғандарын ҡулланыу, мәҫ., “тулған ай кеби” (тулған ай кеүек), “ҡачмыш ҡол” (ҡасҡан ҡол); ‑ҡа/‑кә, ‑ға/‑гә аффикслы ҡыпсаҡ төбәү‑йүнәлеш килеше өҫтөнлөк итһә лә ‑а/‑ә (‑йа/‑йә) уғыҙ аффикстарын ҡулланыу, мәҫ., “ханға” (ханға), “сүзгә” (һүҙгә), “гөзләрә” (күҙҙәргә), “Болғара” (Болғарға), “Мәдинәйә” (Мәҙинәгә); ‑ар/‑ур тип тамамланған хәҙ. һәм киләсәк заман формалары м‑н хәрәкәтте белдереү, мәҫ., “бөгөн шөкрин ҡылурмын” (бөгөн һиңә рәхмәт әйтәм/бөгөн һиңә рәхмәт әйтәсәкмен), “шәһдиғә охшар” (балға оҡшаған/балға оҡшаясаҡ) һ.б. Ғәрәп теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр һәм фарсы теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр биккүп; 3) 16—18 бб. У.‑В.б.т.т. ғосман һәм сығатай элементтарының әллә ни ҙур булмаған йоғонтоһо м‑н ҡыпсаҡ һыҙаттарының өҫтөнлөк итеүе хас. Яйлап халыҡтың һөйләү теле м‑н, атап әйткәндә, Башҡортостан терр‑яһында халыҡтың йәнле башҡорт теле һәм фольклор теле м‑н яҡынлашыуы күҙәтелә. Төп үҙенсәлектәре: һүҙ башында [д] һәм [т], [б] һәм [в], [б] һәм [м] хәрефтәрен параллель ҡулланыу, мәҫ., “дөш” /“төш” (төш), “бар” /“вар” (бар), “бән”/ “мән” /“мин” (мин), “бең” /“мең” (мең); ғәрәп‑фарсы формалары урынына төрки формаларын ҡулланыу, мәҫ., юҡлыҡ — “бихаҡ” урынына “хаҡсыз” (хаҡһыҙ), күплек формалары – “халайыҡлар” (халыҡ); эйәлек категорияһының күплектәге 1‑се һәм 2‑се заттарын –мыз/‑мез, ‑ңыз/‑ңез аффикстары ярҙамында биреү, мәҫ., “дуслыҡымыз” (беҙҙең дуҫлыҡ), “ҡулуңыз” (һеҙҙең ҡулығыҙ) һ.б. Лексикаһы урыҫ теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр м‑н тулылана; 4) 19 б. — 20 б. башы У.‑В.б.т.т. халыҡтың һөйләү теле һәм фольклор теле м‑н яҡынайыуы көсәйә. Төп үҙенсәлектәре: төбәү‑йүнәлеш килештәге ‑а/‑ә формаһы урынына ‑ҡа/‑кә, ‑ға/‑гә, мәҫ., “арысланға”; сығанаҡ килештә ‑дын/‑дин урынына ‑дан/‑дән, ‑тан/‑тән, мәҫ., “кешеләрдән” формаларын ҡулланыу сфераһы киңәйә; эйәлек м‑н үҙгәрештең традицион килеш формалары варианттары ла ҡыҫырыҡлап сығарыла — төбәү‑йүнәлеш килештәге ‑ыйа/‑ейә урынына ‑ына/‑енә, мәҫ., “уғлына”, төшөм килештәрендә –ыны/‑ене урынына ‑ын/‑ен формаларын ҡулланыу, мәҫ., “хал‑ҡын” һ.б. Төп башҡ. һүҙҙәре һәм фразеологизмдар (ҡара: Фразеология) әүҙем ҡулланылышҡа инә.

   20 б. башында У.‑В.б.т.т., башҡ. халҡының аралашыу телмәренең һәм фольклор теленең үҙенсәлектәре (айырыуса лексика өлкәһендә) синтезы нигеҙендә 20‑се йй. тиклем ҡулланылған иҫке башҡ. әҙәби теле формалаша башлай.

И.Ғ.Ғәләүетдинов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов