УРАЛ-АЛТАЙ ТЕЛДӘРЕ, гипотеза б‑са урал (фин‑уғыр телдәре һәм самодий теле) һәм алтай (төрки телдәр, монгол телдәре һәм тунгус‑манжур телдәре) тармаҡтарынан торған телдәр макроғаиләһе; ҡайһы бер ғалимдар ш. уҡ корея һәм япон телдәрен индерә. У.‑а.т. генетик ҡәрҙәшлеге т‑да гипотеза Б.Я.Владимирцов, Ж.Ғ.Кейекбаев, Г.И.Рамстедт, М.Рясянен һ.б. хеҙмәттәрендә бирелгән. Аталған телдәрҙең оҡшашлығы һуҙынҡылар гармонияһында, күп уртаҡ лексика булыуында, бәйләүестәр ҡулланыуҙа, енес категорияһы булмауында, изафет категорияһы, эйәлек категорияһы, билдәлелек һәм билдәһеҙлек категорияһы булыуында, һүҙьяһалышта һәм һүҙҙәрҙең үҙгәреүендә аффикстар ассимиляцияһында сағыла. У.‑а.т. һөйләмдәр төҙөлөшөнә түбәндәге үҙенсәлектәр хас: эйәрсән киҫәктәр баш киҫәктәрҙән алда килә, эйәрсән һөйләмдәргә хәрәкәт исемдәре, сифат ҡылымдар һ.б. м‑н тамамланған һүҙҙәр төркөмө тап килә, хәбәр һөйләмдең аҙағына ҡуйыла һ.б. Телдәрҙе сағыштырма‑тарихи өйрәнеүҙең оҙайлы тарихы булыуына ҡарамаҫтан, У.‑а.т. генетик ҡәрҙәшлеге проблемаһы аҙағынаса хәл ителмәгән.

Әҙәб.: К и е к б а е в Д.Г. Введение в урало-алтайское языкознание. Уфа, 1972; Б а с к а к о в Н.А. Алтайская семья языков и её изучение. М., 1981.

Ш.В.Нафиҡов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018