“УРАЛАГРО”, ЯСЙ, голштин‑фриз тоҡомло һыйыр малын үрсетеү һәм ҡатмарлы төҙөлөшлө иген культуралары, мал аҙығы культуралары һәм техник культуралар репродукцияларының орлоҡтарын етештереү пр‑тиеһы. Өфө р‑нында урынлашҡан, үҙәк усадьбаһы — Жуков ауылы. Составына 2 һөтсөлөк һәм һыйыр малын һимертеү фермалары, ҡатнаш аҙыҡ һәм мал һуйыу цехтары, машина‑технология станцияһы һ.б. инә. 2009 й. 109 кеше эшләгән. Ер майҙаны — 7331 га. Уңдырышлылыҡ (ц/га): иген культуралары — 33,1, көнбағыш — 17,6; етештерелгән (т): иген — 2954, көнбағыш — 615. Һыйыр малы һаны — 1733 (ш. иҫ. 650 һыйыр); һәр һыйырҙан уртаса йыллыҡ һауым — 6026 кг, йәш малдың уртаса тәүлек артымы — 640 г; етештерелгән (т): һөт — 3465, ит — 231. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑та һатыла.

2006 й. ойошторола. Пр‑тиела ер эшкәртеүҙә эрозияға ҡаршы энергия һаҡлаусы технология индерелә, һөт, ит етештереүҙең технологик процестары автоматлаштырыла. “У.” продукцияһы “Алтын көҙ” Рәсәй агросәнәғәт күргәҙмәһенең алтын миҙалдары һәм дипломдары м‑н бүләк- ләнгән (Мәскәү, 2008, 2009).

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев