“УРАЛ” с о в х о з ы, МУП. Әбйәлил р‑нында урынлашҡан, үҙәк усадьбаһы — Сиҙәм ауылы. Составына һыйыр малының һөтсөлөк фермаһы, сусҡа фермаһы инә. 2004 й. 194 кеше эшләгән. Ауыл хужалығы ерҙәренең майҙаны 9061 га тәшкил иткән, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 5476 га. Иген культураларының уңдырышлылығы — 25,5 ц/га, иген етештереү — 8505 т. Һыйыр малы һаны — 700 (ш. иҫ. һыйыр — 360), йылҡы — 42, сусҡа — 488; һәр һыйырҙан уртаса йыллыҡ һауым — 2783 кг, йәш һыйыр малының уртаса тәүлек артымы — 342 г; етештереү (т): һөт — 532, ит — 44. Продукцияһы БР‑ҙа һатыла.

1954 й. ойошторола, 1998 й. алып ДУАХП, 1999 й. башлап МУАХП, 2000 й. хәҙ. статусын ала. Совхозда игендең уңдырышлылығы 26,4 ц/га еткән (1973). 1972 й. йәш һыйыр малын үҫтереү һәм һимертеү комплексы файҙаланыуға тапшырыла, 1980—85 йй. һыйыр малы һаны 6 меңдән ашыу була. Халыҡтар дуҫлығы орд. м‑н бүләкләнгән (1974). Хужалыҡ м‑н С.Ғ.Истамғәлин, М.Н.Мирсаяпов, В.Н.Тайсин һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Я.Т.Мөхтәров

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018