“УРАЛ”, кинотеатр. Учалы ҡ. урынлашҡан. 1963 й. асыла. 100 урынлыҡ тамаша залы, фойеһы, киноаппарат бүлмәһе бар. 2009 й. 1020 киносеанс үткәрелгән (18 меңдән ашыу тамашасы). “У.” кинолекторийҙар, наркоманияның зарары, юл хәрәкәте, янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләре т‑да киносеанстар, тематик кисәләр, театрлаштырылған байрамдар, хәйриә сеанстары һ.б. ойошторола. Кинотеатрҙа ҡыҙыҡһыныу б‑са “Диалог”, “Дуҫлык”, “Малышок”, “Ностальжи” клубтары; 2004 й. алып БР‑ҙың Учалы р‑ны торама пункттарын һәм йәйге һауыҡтырыу лагерҙарын, Силәбе өлк. “Ҡарағай урманы” пансионатын хеҙмәтләндергән күсмә кино эшләй.

В.Н.Вәлиева

Тәрж. Р.Р.Абдрахманов