УРАЛ БАТЫР, башҡ. фольклоры персонажы. “Урал батыр” эпосында Йәнбирҙе м‑н Йәнбикәнең (ҡара: Тәү ата‑баба) кесе улы, тәүге кеше (әжәлле), үҙенең өлкән ағаһы Шүлгәндең антагонисы итеп бирелгән. Эпостың башынан уҡ ыңғай яҡтан күрһәтелә. У.б. үҙен тотошо (ата-әсәһенең ҡушҡандарына тоғро, ағаһын ҡанлы турһыҡҡа ҡағылмаҫҡа өндәй) эпостың аҙағына тиклем үҙгәрмәй ҡала, уның изгелеге әҫәрҙә үҙенең күп төрлө һәйбәт эштәрендә күрһәтелгән һәм батырҙың һуңғы бөйөк батырлығы – кешелектең йәшәүе һәм Тәбиғәттең үлемһеҙлеге хаҡына үлеүе т‑дағы юлдарҙа сағыу яҡтыртылған. Эпоста У.б. тулы портреты юҡ, был герой ҡылған изге ғәмәлдәре аша һүрәтләнә. У.б. алпамыша көсөнә эйә: “Егет тә егет икәнһең, /Батыр‑алып икәнһең”; намыҫлы һәм кешелекле: “Һис бер ҙурлыҡ кәрәкмәй”; үҙенең идеалдарына тоғро: “Яҡшынан бүтән уйым юҡ”; /Үлемдән бүтән берәүҙән /Юллай торған дауым юҡ.”; ябай халыҡ тарафынан ихтирамлы: “Атаң (Урал) беҙгә тәңреләй /Ярҙам итте, балаҡай”. У.б. Ҡатилды һәм Ҡәһҡәһәнең батшалығын юҡ итә, Әзрәҡәне үлтерә, яуызлыҡ яғына күскән Шүлгән м‑н көрәшә; тирә‑яғына һипкәндән һуң, Тәбиғәт терелеп, үлемһеҙ булыуына сәбәпсе булған Йәншишмәне таба. Ул донъяны яралтыусы, мәҙәниәтле герой, демиург ролендә сығыш яһай: Ҡатилдың мөгөҙҙәрен бөгөп, өҫкө тештәрен ҡырып, тояҡтарын икегә ярып, хайуан рәүешен формалаштыра; дейеү һәм йыландарҙы үлтерә, ерҙе яуыз заттарҙан ҡотҡарып, уларҙың кәүҙәләренән ян‑яғын кешеләр төйәк итмәле тауҙар яһай; һыуҙарҙы таҙарта. Шүлгәндең яуызлыҡтары арҡаһында У.б. үлә, әммә эҙһеҙ юғалмай, Уралтауға әйләнә. У.б. балалары Иҙел, Нөгөш, Яйыҡ һәм ир туғаны Һаҡмар әҙәм затын дауам итә. “Ай менән Урал тауҙарының барлыҡҡа килеүе” легендаһында У.б. артыҡ Ҡояшты юҡ итеп, Ай м‑н Урал тауҙарын барлыҡҡа килтерә.

Әҙәб.: Урал батыр. Башҡорт халыҡ ҡобайыры=Урал-батыр. Башкирский народный эпос=Ural‑batur. Bashkort Folk Epic. Өфө, 2005.

 Ф.А.Нәҙершина

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

Илл.: Урал батыр. Рәссамы А.Р.Мөхтәруллин