УРАҠСЫЕВ Марат Абдулла улы (20.2.1942, Коканд ҡ.), инженер‑электромеханик. Техник ф. д‑ры (1982), проф. (1985). БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1983), БАССР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (1987). Ташкент политехник ин‑тын тамамлаған (1963), 1965 й. алып шунда уҡ эшләй. 1972 й. алып ӨДАТУ‑ла (1980—82 йй. һәм 1985—91 йй. мәғлүмәти үлсәү техникаһы каф. мөдире). Фәнни эшмәкәрлеге мәғлүмәти үлсәү һәм хисаплау техникаһы өсөн үлсәү үҙгәрткестәрен проектлауҙың нигеҙҙәрен төҙөүгә арналған. У. тарафынан электр һәм магнит параметрҙары бүленгән сынйырҙар нигеҙендә күсереү үҙгәрткестәре теорияһы, үҙгәрткестәрҙе проектлау һәм хисаплау, уларҙың аныҡлығын һәм ҡамасаулыҡтарға ҡаршы тороуын арттырыу ысулдары эшләнә, акустик, сүсле, магнит, электр‑оптик һәм магнит‑телевизион дефектоскопия системалары төҙөлә. 310‑дан ашыу фәнни хеҙмәт һәм 225 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Расчёт электромеханических счётно‑решающих преобразователей. М., 1976 (авторҙ.); Функциональные преобразователи перемещения. М., 1976 (авторҙ.); Дефектоскопия глубиннонасосных штанг. М., 1983 (авторҙ.).

Г.В.Вәлиева

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов