БАБИЧ (Бабичев) Шәйехзада Мөхәмәтзакир улы [2.1.1895, Өфө губ. Бөрө өйәҙе Әсән а. (БР‑ҙың Дүртөйлө р‑ны) — 28.3.1919, АСБР‑ҙың Бөрйән‑Түңгәүер кантоны Преображенский а., хәҙ. БР‑ҙың Йылайыр р‑ны Йылайыр а.], шағир, Башҡорт милли хәрәкәте эшмәкәре. 1910 й. һәм 1913 й. Ҡаҙағстанда уҡыта. “Ғәлиә” мәҙрәсәһен тамамлағандан һуң (1916), Троицк ҡ. уҡытыусы, 1917 й. авг. башлап Ырымбурҙа “Ҡармаҡ” сатирик ж. хеҙм‑ре. 1917 й. дек. алып Өфөлә: Башҡорт өлкә бюроһы рәйесе вазифаһын башҡарыусы, секретары, “Башҡорт” гәз. мөхәррире, “Тулҡын” йәштәр ойошмаһын булдырыу инициаторҙарының береһе һәм етәксеһе, Башревкомдың матбуғат бүлеге хеҙм‑ре. Б. “Эй, китап!”, “Бәхетһеҙмен” һ.б. шиғырҙарын туплаған шиғри ҡулъяҙма йыйынтығы (1912) һаҡланып ҡалған. Тәүге баҫмалары 1913 й. “Шура”һәм“Аҡмулла” ж. сыға (Бәбәйчуб, Сытырман, Шөпшә псевдонимдары аҫтында баҫыла). “Халҡым өсөн” (1914), “Көтәм” (1916) һ.б. шиғырҙарында мәғрифәтселек идеялары сағыла. “Ҡандала” һәм “Ғазазил” поэмалары (икеһе лә — 1916), “Китабеннас” эпиграммалар циклы (1916—18) 20 б. башы халыҡ тормошоноң үҙенсәлекле сатирик энциклопедияһына әүерелә. Б. байтаҡ әҫ., ш. иҫ. уның тере сағында сыҡҡан берҙән‑бер баҫмаһы — “Йәш Башҡортостан” (1918) китабы, Башҡ. автономияһын ойоштороуға бәйле ваҡиғаларға арналған, милли‑патриотик рух м‑н һуғарылған. Уның киң билдәле “Башҡорт халҡына көйлө хитап” (1919) шиғыры Башҡортостандағы 1919 й. февр. ваҡиғаларына үҙенсәлекле яуап була, Башҡ. милли хәрәкәтенең асылын аңлата. Б. импровизация һәләтенә эйә була, уның халыҡҡа поэтик мөрәжәғәттәрендә сәсәндәр традициялары үҫешә. Б. ижад ысулы шиғыр төҙөлөшөнөң традицион формаларын яңыртыу м‑н характерлана (аралаш рифмалар, күп төрлө һүрәтләү саралары ҡулланыу). Б. шиғырының ритмик төҙөлөшө үҙенсәлектәренең береһе булып мотлаҡ 5 ижекле юл ҡулланылған дүрт юллыҡ шиғыр тора, һуңынан ул “Бабич строфаһы” тип атала башлай. Башҡ. поэзияһында “Бабич строфаһы” м‑н М.Ғафури, Х.Ғ.Ғиләжев, Х.Кәрим, М.Хәйһ.б. ҡайһы бер әҫ. яҙылған. Шағирҙың тыуған яғында Бабич Ш. музейы асылған, Б. исеме Дүртөйлө р‑ны Әсән а. урта мәктәбенә һәм Йылайыр р‑ны Йылайыр а. башҡ. гимназияһына бирелгән. Б. Әсәндә, Йылайырҙа һәм Сибай ҡ. БДУ-ның Сибай институты терр-яһында бюстар, “Ғәлиә” мәҙрәсәһенә һәм Йылайырҙа шағир һәләк булған ерҙә урынлашҡан бинаға мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған. Баймаҡ, Бөрө, Дүртөйлө ҡҡ. һәм БР‑ҙың башҡа торама пункттарындағы урамдар Б. исемен йөрөтә. 1995 й. БР МК‑һы ҡарары м‑н уның исемендәге премия булдырылған.

Әҫәрҙ.: Һайланма әҫәрҙәр. Өфө, 1958; Беҙ үҙебеҙ — башҡорттар. Өфө, 1994; Весенняя песнь: поэзия, проза. Уфа, 1995.

Әҙәб.: Харисов Ә.И.  Шәйехзада Бабич//Әҙәби күренештәр. Өфө, 1963; Бикбаев Р.Т. Шайхзада Бабич: жизнь и творчество. Уфа, 1995.

Р.Т.Бикбаев

Тәрж. Р.М.Шәрипова

 

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика