УРАҠСИН Зиннур Ғәзиз улы (5.11. 1935, Ырымбур өлк. Мәҡсүт а. — 3.3.2007, Өфө), тел белгесе, яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре. БР ФА акад. (1991), филол. ф. д‑ры (1976), проф. (1983). РФ‑тың (1996), БАССР‑ҙың (1984) атҡ. фән эшмәкәре. Яҙыусылар союзы ағзаһы (1990). У.Ғ.Ураҡсиндың ағаһы. БДУ‑ны тамамлаған (1963). 1956 й. алып Фёдоровка р‑ны Һәйет башланғыс мәктәбендә, 1957 й. — Ырымбур өлк. Аллабирҙе 7 йыллыҡ мәктәбендә уҡыта. 1958—59 йй. “Заря коммунизма” (“Коммунизм таңы”; Ырымбур өлк. Төйлөгән эшселәр ҡасабаһы) гәз. бүлек мөдире. 1963 й. башлап ТТӘИ‑лә эшләй: 1968 й. июленән өлкән ғилми хеҙм‑р, дек. алып сектор мөдире, 1977 й. — дир. урынбаҫары, 1988 й. — дир., 2002 й. башлап бүлек мөдире, 2005 й. — баш ғилми хеҙм‑р; бер үк ваҡытта 1992 й. алып Гуманитар фәндәр бүлегенең акад.‑секретары, 1996—2005 йй. БР ФА вице‑президенты. Фәнни эшмәкәрлеге башҡ. теленең лексикографияһына, лексикологияһына, социолингвистикаһына, терминологияһына, фразеологияһына арналған. Төрлө типтағы һүҙлектәр төҙөүҙең фәнни принциптарын эшләгән, урыҫса‑башҡортса фразеологик һүҙлекте (1989), башҡ. теленең синонимдар һүҙлеген (2000), фразеологизмдар һүҙлеген (2006) һ.б. төҙөгән; башҡ. теленең аңлатмалы һүҙлеген (ҡара: “Башҡорт теленең һүҙлеге”) төҙөүселәрҙең һәм мөхәррирҙәренең береһе, башҡортса‑урыҫса (1996) һәм урыҫса‑башҡортса (2 томда, 2005) һүҙлектәрҙе төҙөүселәрҙең һәм яуаплы мөхәррирҙәренең береһе һ.б. 300‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. “Һыу башы” исемле тәүге хикәйәләр китабы 1976 й. сыға. “Ҡарат” (2003), “Каруанһарай” (2008; урыҫса тәржемәһе “Караван‑сарай”; икеһе лә — 2010) романдарында идара итеүҙең кантон системаһы осорондағы башҡ. халҡының тормошо һүрәтләнә. “Дауаларын ҡайҙан табырға?” (2001) драмаһы, “Әрем әсеһе”, “Көрәш” (икеһе лә — 2002) повестары һәм хикәйәләр йыйынтығы һ.б. авторы. 1993—98 йй. Башҡорт энциклопедияһының ғилми‑редакцион советы рәйесе һәм баш мөхәррире, 1994—2004 йй. БР Президент советы ағзаһы, 1995—2002 йй. Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы (конгресы) башҡарма ком‑ты рәйесе урынбаҫары. Халыҡтар дуҫлығы орд. м‑н бүләкләнгән (1999). У. исеме м‑н Өфөлә урам, БР‑ҙың Фёдоровка р‑ны Һәйет а. мәктәп аталған. Ырымбур өлк. Төйлөгән р‑ны Аллабирҙе а. мәктәбендә, Өфөлә У. йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташтар ҡуйылған.

Ә ҫ ә р ҙ.: Күтәрелә күк томан: повесть һәм хикәйәләр. Өфө, 1981; Телем минең — яҙмышым. Өфө, 2002; Фразеология башкирского языка. М., 1975.

Әҙәб.: Башкирская филология: к 70‑летию со дня рождения академика АН РБ З.Г.Ураксина. Уфа, 2005.

Н.Ф.Суфиянова

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов  

 

 

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018