УРАҘОВ Нәжип Харис улы [1.3.1911, Ырымбур губ. Орск өйәҙе Байыш а. (БР‑ҙың Ейәнсура р-ны) – 16.3.1996, Ташкент], технолог. Техник ф. д‑ры (1947), проф. (1948). Урта Азия ун‑тын тамамлаған (Ташкент, 1935). 1938–75 йй. Ташкент туҡыу һәм еңел сәнәғәт ин‑тында уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге туҡыма материалдарҙың төҙөлөшөн һәм үҙсәнлектәрен өйрәнеүгә арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1964, 1973).

Хеҙм.: Строение и проектирование тканей. Ташкент, 1971.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018