УРАЗЛИН Марат Харис улы (20.3. 1937, БАССР‑ҙың Әлшәй р‑ны Никифар а.), агроном. А.х. ф. канд. (1974), проф. (2001). БАССР‑ҙың атҡ. агрономы (1987). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1965) “Сельхозтехника” район берекмәһе агрономы, 1966 й. алып Әлшәй р‑нының производство а.х. идаралығында баш агроном. 1973–2012 йй. БДАУ‑ҙа: 1976 й. тиклем өлкән ғилми хеҙм‑р, 1989—95 йй. агрономия ф‑ты деканы. Фәнни тикшеренеүҙәре а.х. культу раларының продуктлылығын арттырыуға арналған. У. тарафынан Башҡортостанда арпа, бойҙай, шәкәр сөгөлдөрө һ.б. культуралар үҫтереүҙең ресурс һаҡлаусы технологиялары эшләнә. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 11 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Ячмень яровой. Уфа, 1998; Адаптивная технология возделывания полевых культур. Уфа, 2005 (авторҙ.); Справочник свекловода Башкортостана. Уфа, 2009 (авторҙ.).

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Все права на материалы сайта охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.

ГАУН РБ “Башкирская энциклопедия” © 2015—2018