УМОВ Сафрон Сергеевич [20.3.1901, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Терәпә а. (БР‑ҙың Ауырғазы р‑ны) — 28.10. 1995, Өфө], селекционер. А.х. ф. канд. (1948). СССР‑ҙың соц. а.х. отличнигы (1944). Һамар а.х. ин‑тын (1926), Маркс — Энгельс — Ленин ин‑тын (Өфө, 1947) тамамлаған. 1926 й. алып БАССР Игенселек ХК‑ның А.х. идаралығы, 1930 й. — Башҡ‑н сусҡ‑ҡ с‑здары тресы агрономы, бер үк ваҡытта Өфө р‑нының “Миловка” с‑зында дир. урынбаҫары. 1931—71 йй. БНИИСХ‑ла: 1937 й. башлап баҫыуҙа мал аҙығы етештереү секторы мөдире, 1956 й. — Башҡ‑н малс‑ҡ тәж. станцияһында бүлек мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре мал аҙығы һәм ҡауын‑ҡарбуз культуралары агротехникаһына, селекцияһына, орлоҡ солоғона арналған. У. тарафынан могарҙың Башкирский, Бельский, кишерҙең Красная Башкирская, ҡабаҡтың Башкирская 245, Уфимская сорттары сығарылған. 50 фәнни хеҙмәт һәм 5 уйлап табыу авторы.

Х е ҙ м.: Производство сочных кормов. Уфа, 1950; Система ведения сельского хозяйства по зонам Башкирской АССР. Уфа, 1968 (авторҙ.).

З.И.Сарбаева

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев