УМАРТАСЫЛЫҠ СТАНЦИЯҺЫ, ДУАХП. Башҡорт бал ҡортон һаҡлау, селекциялау һәм ишәйтеү, интенсив технологиялар әҙерләү һәм умартасылыҡ продукцияһын етештереү б‑са эштәр башҡара. 1930 й. Йоматау а.х. техникумы (ҡара: Йоматау аграр техникумы) базаһында Башҡ‑н зона умарт‑ҡ тәж. ст. булараҡ ойошторола, 1933 й. башлап БАССР‑ҙың А.х. министрлығы ҡарамағында, 1956 й. — БНИИСХ эргәһендә, 1974 й. — Бөтә Союз умарт‑ҡ ҒТИ (Рыбное ҡ.) эргәһендә, 1992 й. — БР ФА эргәһендә Башҡ‑н умарт‑ҡ тәж. ст., 1997 й. хәҙ. статусын ала. Иглин р‑ны Оло Теләк а. урынлашҡан (1933 й. алып). Составына ғилми бүлек, тәж.‑производство хужалығы инә; умарт‑ҡ музейы бар. 1998 й. 66 кеше эшләгән. Ер майҙаны — 40 га. 29 умарталыҡ булған (3836 бал ҡорто ғаиләһе); етештерелгән (т): бал — 102,7 (ш. иҫ. тауар балы — 30,2), бал ҡорто балауыҙы — 1,4; һатылған: бал ҡортоноң 4 ҡыҫанлы кәрәҙле пакеты — 262, бал ҡорто ғаиләһе — 166. У.с. тарафынан БР‑ҙың тәбиғәт зоналары өсөн бал ҡорто ғаиләләрен ҡарау технологиялары эшләнә, уларҙы үрсетеү, а.х. культураларын һеркәләндереү, баллы үҫемлектәрҙе интродукциялау һ.б. ысулдар камиллаштырыла. У.с. м‑н М.М.Аҡсурин, В.Н.Власов, Р.А.Зарипов, Е.М.Петров, Р.Р.Янбарисов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев