УМАРТАСЫЛЫҠ ҺӘМ АПИТЕРАПИЯ ҮҘӘГЕ, дәүләт учреждениеһы. Өфөлә урынлашҡан. Составына умартасылыҡ продукцияһын эшкәртеү б‑са тәж.‑эксперименталь комб‑т, респ. халыҡ медицинаһы һәм апитерапия үҙәге, Архангел, Ғафури, Ейәнсура, Күгәрсен, Нуриман р‑ндарында ғилми‑эксперименталь станциялары һ.б. инә. 2010 й. 143 кеше эшләгән; 3252 бал ҡорто ғаиләһе иҫәпләнгән, 45 т бал етештерелгән һәм һатылған. Үҙәк тарафынан башҡорт бал ҡортон һаҡлау, селекциялау һәм үрсетеү б‑са эш алып барыла, бал ҡорто ғаиләләрен тотоу өсөн оптималь шарттар булған тәбиғәт зоналары асыҡлана, умартасылыҡ продукцияһы нигеҙендә аҙыҡ‑түлек, косметика етештереү технологиялары эшләнә. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑та һатыла, сит илдәргә сығарыла. 1998 й. Башҡ‑н умартасылыҡ һәм апитерапия ғилми‑тикшеренеү үҙәге булараҡ ойошторола, 2000 й. үҙәк составына БР‑ҙың Умартасылыҡ агентлығы инә. Пр‑тие продукцияһы халыҡ‑ара һәм бөтә Рәсәй күргәҙмәләренең алтын, көмөш, бронза миҙалдары һәм дипломдары м‑н бүләкләнгән (2001—09). Үҙәк м‑н Ә.М.Ишемғолов һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Н.А.Шмидт

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

Текст на русском языке