УЛЬЯНОВ Илья Кузьмич (28.7.1931, БАССР‑ҙың Туймазы р‑ны Кожай‑Андреев а.), хужалыҡ эшмәкәре. Иҡт. ф. канд. (1972). БАССР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (1985). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1953) Медногорск баҡыр‑көкөрт комб‑тының (Хәйбулла р‑ны Аҡъяр а.) ярҙамсы хужалығында, 1955 й. алып БАССР‑ҙың А.х. министрлығында (Өфө) өлкән зоотехник. 1956 й. башлап МТС‑тың, 1958 й. — район а.х. инспекцияһының (икеһе лә — Ҡариҙел р‑ны Ҡариҙел а.), 1959 й. — “Туймазы” сусҡ‑ҡ с‑зының баш зоотехнигы, 1962 й. алып “Баҡалы” с‑зы директоры. 1965 й. башлап “Башкирскптицепром” ПБ дир., 1987—91 йй. ген. дир., бер үк ваҡытта 1972—87 йй. БАХИ‑ла уҡыта. У. респ. ҡошсолоҡ сәнәғәте үҫешенә ҙур өлөш индерә. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1966, 1986), Халыҡтар дуҫлығы (1981), “Почёт Билдәһе” (1971) орд. м‑н бүләкләнгән.

Хеҙм.: Дорогами перемен: очерки истории промышл. птицеводства Башкортостана. Уфа, 1999.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев