УЛЬТРАТАУЫШ ТЕХНИКАҺЫ, ультратауыш тулҡындарын (18 кГц алып 1 ГГц тиклем йышлыҡтағы ҡайталыусан тирбәлеүҙәр) генерациялау, тапшырыу, ҡабул итеү һәм эшкәртеү өсөн ҡоролмалар һәм приборҙар. У.т. объектҡа йоғонто яһауының схемаһы (туранан‑тура, технологик мөхит аша, ҡатнаш юл м‑н), конструкцияһы (автоматлаштырылған һәм ҡул м‑н идара ителгән), габарит үлсәмдәре (стационар һәм күсереп йөрөтмәле), техник мөмкинлектәре (универсаль һәм махсуслаштырылған) һ.б. б‑са айырыла. Матдә т‑да мәғлүмәт алыу, матдәгә йоғонто яһау, сигналдарҙы тапшырыу һәм эшкәртеү өсөн файҙаланыла. Акустикэлектроникала, гидролокацияла, медицинала (ультратауыш диагностикаһы һ.б. өсөн), фәнни тикшеренеүҙәрҙә (матдәнең молекуляр үҙсәнлектәрен һәм макротөрлөлөк булмауҙы өйрәнеү һ.б. өсөн), сәнәғәттә (дефектоскопия, масса алмаштырыу процестарын һәм химик процестарҙы көсәйтеү һәм контролдә тотоу, техник диагностика, материалдарҙы ультратауыш ярҙамында эшкәртеү өсөн) һ.б. ҡулланыла. Башҡортостанда 20 б. 70‑се йй. алып Геологоразведка скважиналарын геофизик өйрәнеү институтында һәм “Геофизика” ғилми‑производство фирмаһында акустик ысулдар ярҙамында скважиналарҙы геофизик тикшереү технологиялары һәм аппараттары уйлап сығарыла, 80‑се йй. башынан Нефть техник университетында — нефтехимия һәм нефть эшкәртеү сәнәғәте өсөн тулҡын технологиялары һәм аппараттары уйлап табыла (Р.Б.Вәлитов, Р.Н.Ғимаев, Ф.Ш.Хафизов һ.б.). 80‑се йй. уртаһынан алып “Эконефтехимтехника” ЯСЙ‑нда (Өфө) гидродинамика аппараттары сығарыла.

В.И.Сергеев

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.