УЛИЦКАЯ Людмила Евгеньевна (21.2.1943, Дәүләкән ҡ.), яҙыусы, сценарист. МДУ‑ны тамамлаған (1967). 1960—62 йй. СССР Мед. ФА‑ның Педиатрия ин‑тында, 1967—69 йй. СССР ФА‑ның Дөйөм генетика ин‑тында (икеһе лә – Мәскәү) эшләй. У. ижады донъяға үҙенсәлекле ҡарашы, кеше тәбиғәтен бик нескә тасуирлауы м‑н айырылып тора. Балалар өсөн яҙылған “Йөҙ төймә” (“Сто пуговиц”; 1983) хикәйәләр йыйынтығы, “Сонечка” (1993), “Күңелле ерләү” (“Весёлые похороны”; 1998), “Ысын күңелдән һеҙҙең Шурик” (“Искренне ваш Шурик”; 2004) һ.б. романдар авторы. Әҫәрҙәре инглиз, итальян, ҡытай, төрөк, француз һ.б. телдәргә тәржемә ителгән. Үҙенең әҫәрҙәре б‑са “Бөтәһе өсөн дә ҡатын” (“Женщина для всех”, 1990; реж. А.Н.Матешко, А.Довженко ис. к/ст, 1991), “Апалы‑һеңлеле Либертиҙар” (“Сестрички Либерти”, 1990; реж. В.А.Грамматиков, М.Горький ис. к/ст, 1990) һ.б. фильм сценарийҙары авторы. “Урыҫ ҡайнатмаһы” (“Русское варенье”) пьесаһы 2009 й. Урыҫ драма театрында ҡуйыла. Сит ил һәм Рәсәй әҙәби пр. лауреаты. 2 сит ил орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҫәрҙ.: Казус Кукоцкого: роман. М., 2000; Даниэль Штайн, переводчик: роман по следам документов. М., 2006.

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов