“БАБИЧ”, рәсемле әҙәби, ижт.‑сәйәси, сатирик журнал. Нәшриәтсе‑мөхәррирҙәре: Д.Юлтый, И.Рәмиев, Н.Ҡадиров. 1922—23 йй. Өфөлә иҫке башҡорт телендә сыға, “Октябрьский натиск” типографияһында баҫыла. 1922 й. 1 мең дана тираж м‑н 2 һаны (нояб. һәм дек.) сыға. Журнал биттәрендә руханиҙар, нэпмандар, бюрократтарға һ.б. ҡаршы йүнәлтелгән мәҡәләләр, шиғырҙар, фельетондар баҫыла. 1923 й. сыҡҡан 3‑сө һәм 4‑се һандары конфискациялана. Баҫма совет власын тәнҡитләүҙә ғәйепләнеп ябыла.

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Текст на русском языке

Яндекс.Метрика