УҠЫТЫУ‑ТӘЖРИБӘ ХУЖАЛЫҒЫ, лимонарий. РФ‑та, Көнсығыш Европала цитрус үҫемлектәр үҫтереүсе ҙур питомниктарҙың береһе. Лимон сорттарын һәм гибридтарын булдырыуға, экзотик үҫемлектәрҙең үҫентеләрен, сәскәләрҙең үрсетмәләрен һ.б. культураларҙы үҫтереүгә һәм һатыуға махсуслаша. 1990 й. Ағиҙел урман хужалығының ярҙамсы хужалығы базаһында ойошторола, 1991 й. алып Өфө урман хужалығы‑техникумының Уҡытыу‑ тәж. хужалығы. Өфөлә урынлашҡан. Составына йыл әйләнәһенә эшләгән теплица, йәшелсә культуралары һәм сәскә үрсетмәләре үҫтереү өсөн плёнка теплицалар, экзотик, ағас‑ҡыуаҡ, ылыҫлы һәм сәскә культураларын вегетатив үрсетеү бүлеге инә. 2009 й. 22 кеше эшләгән. Теплица майҙаны — 1 га, урман питомнигы — 1,5 га. Лимондың уңдырышлылығы 220 ц/га тәшкил итә; етештерелгән: 22 т лимон, 100 мең дана экзотик үҫемлектәр үҫентеһе. Продукцияһы БР‑ҙа һәм РФ‑та һатыла. Питомникта лимондың яңы Лейсан, Салават, Урман, цитрондың Зиля, Уралтау сорттары сығарыла һәм үҫтерелә. Лимонарий продукцияһы “Сәскәләр” (“Цветы”) халыҡ‑ара күргәҙмәһенең алтын миҙалы һәм дипломдары м‑н бүләкләнгән (Мәскәү, 2001, 2002). “Башҡортостандың иң яҡшы тауарҙары” конкурсы лауреаты (2008). У.‑т.х. м‑н Ф.В.Садиҡова эшмәкәрлеге бәйле.

Тәрж. Ф.Ғ.Ғәлиев

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.