УЙҒЫР ТЕЛЕ, яңы уйғыр теле, төрки телдәрҙең береһе (ҡарлыҡ төркөмө). Уйғырҙарҙың милли теле. Ҡытайҙың Синьцзян‑Уйғыр авт. р‑нында (2000 й. һөйләшеүселәр һаны – яҡынса 900 мең кеше); өлөшләтә Ҡаҙағстанда, Ҡырғыҙстанда, Төркмәнстанда, Үзбәкстанда (1989 й. был дәүләттәрҙә дөйөм һөйләшеүселәр һаны – яҡынса 230 мең кеше), Афғанстанда, Сәғүд Ғәрәбстанында һәм Төркиәлә таралған. Үзбәк теленә яҡын. Ҡарлыҡ‑уйғыр ҡәбиләләре теленә барып тоташа. Хәҙ. У.т. 17 б. формалаша башлай. 3 диалектҡа бүленә: төньяҡ‑көнбайыш (үҙәк), көньяҡ (хотан), көнсығыш (лобнор). Үҙәк диалектҡа нигеҙләнгән әҙәби У.т. 2 төрө бар: синьцзян (яҙыуы ғәрәп яҙмаһында, 1965—82 йй. ш. уҡ латиницаҡулланылған) һәм урта азия (яҙыуы 1930 й. тиклем ғәрәп яҙмаһында, 1946 й. тиклем латиница, һуңынан кириллица нигеҙендә башҡарыла). У.т. фонетикаһына сингармонизм закондарының боҙолоуы; һуҙынҡыларҙың уларҙан алда килгән киң һуҙынҡыларға кире йоғонто яһау законлығы (а, ә > е, о, ө) һәм һуҙынҡыларҙың редукцияһы (а, ә > и, у, ү) хас, был эске флексияға килтерә, мәҫ.: “ат” (ат) [а]т – “ети” (уның аты) [е]ти, “сиңил” (кесе һеңлем) сиң[и]л – “сиңлим” (минең кесе һеңлем) си[ңл]лим. Морфологияһында “түгел” башҡ. модаль һүҙенә тап килгән исемдәрҙең юҡлыҡ формаһы “әмәс” киҫәксәһе м‑н бирелә, сағ.: уйғырса “соғәмәс” – башҡортса “һыуыҡ түгел” һ.б. Һүҙьяһалышында йыш ҡына төрлө аффикстар ҡулланыла, мәҫ., үҙләштерелгән ‑хана, ‑кәш, ‑вий һ.б. төп уйғыр йәки алда үҙләштерелгән нигеҙҙәрҙән яңы һүҙҙәр яһайҙар: “ашхана”, (ашхана), “почтикәш” (почтальон), “партиявий” (партиялы). Лексикаһында ҡытай теленән, иран телдәренән, ғәрәп теленән, урыҫ теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр бар. Ҡайһы бер тикшеренеүселәрҙең фекере б‑са, У.т. боронғо уйғыр теленең дауамы булып тора (ҡара: Боронғо һәм урта быуат төрки әҙәби телдәре).

Ғ.Д.Ибраһимов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов