УДМУРТ ФОЛЬКЛОРЫ, Башҡортостан Республикаһы удмурттары фольклоры төрлө жанрҙар м‑н билдәләнә. Күсеп килеү һәм ауылдар һалыныуы тарихына арналған тарихи риүәйәттәр һәм легендалар; тәбиғәт һәм ихата әруахтары т‑да бәйән иткән хөрәфәти хикәйәләр бик киң таралған. Ҡорбан килтереү ваҡытында мәжүсиҙәрҙең ҡорбан салыусыһы башҡарған доға‑куриськон дини инаныуҙары м‑н бәйле. Әкиәттәр (выжыкыл), йомаҡтар (мадиськон), мәҡәлдәр (визькыл), әйтемдәр (лэчыткыл) үтә күп төрлөлөк м‑н айырыла. Музыкаль фольклор жанрҙары араһында йола йырҙары айырымлана. У.ф. йыйыу 19 б. аҙ. башлана. 1894 й. фин лингвисы Ю.Вихманн тарафынан Бөрө өйәҙе Оло Ҡасаҡ а. (БР‑ҙың Ҡалтасы р‑ны) удмурттарынан фольклор текстары яҙып алына һәм “Удмурт телмәре өлгөләре” (2‑се бүлек) һәм “Удмурт хрестоматияһы һүҙлеге менән” (икеһе лә — 1901, немец телендә) китаптарында баҫтырып сығарыла. 1885 й. шул уҡ өйәҙҙең Можға а. (БР‑ҙың Яңауыл р‑ны) венгр лингвисы Б.Мункачи тарафынан мәжүси доға һәм бер нисә йыр яҙып алына, улар һуңынан “Удмурттарҙың ауыҙ‑тел традицион халыҡ поэзияһы” (1887, венгр телендә) китабында баҫтырыла; уның тарафынан Беренсе донъя һуғышы йылдарында удмурт хәрби әсирҙәренән йыйып алынған фольклор текстары “Удмурт халыҡ йолалары һәм халыҡ поэзияһы” (1952, немец телендә) йыйынтығына инә, улар араһында Өфө губернаһында тыуып үҫкәндәр ҙә була. Нотаға һалынған бер нисә йыр “Рәсәй хәрби әсирҙәре йырҙары” йыйынтығының 1‑се томына (1926, немец телендә) индерелә. М.И.Ильиндың “Вот йәштәренең яҙғы уйындары һәм әйлән‑бәйләндәре” (1915) мәҡәләһендә Бәләбәй өйәҙе Күпсәнәй а. (БР‑ҙың Йәрмәкәй р‑ны) удмурттарының әйлән‑бәйлән йырҙары өлгөләре бирелгән. 20—30‑сы йй. Удмурт соц. мәҙәниәт ҒТИ хеҙм‑рҙәре тарафынан Башҡортостан удмурттарына бер нисә тапҡыр фольклор‑лингв. экспедициялары ойошторола, уларҙың материалдары РФА Урал бүлексәһенең Удмурт тарих, тел һәм әҙәбиәт ин‑тының архивында һаҡлана (икеһе лә – Ижевск). 1974—75 йй. венгр ғалимдары Л.Викар һәм Г.Берецки удмурт йырҙары текстарын йыя, “Удмурт халыҡ йырҙары” (1989, инглиз телендә) китабын баҫтыралар. Уға Башҡортостан удмурттарының йыр фольклоры өлгөләре индерелгән, ул йырҙарҙың ноталары ла бирелгән; 70‑се йй. алып фольклор материалдарын йыйыу эшен Удмурт ун‑ты (Ижевск) студенттары ғәмәлгә ашыра. У.ф. йыйыуға һәм баҫтырып сығарыуға крайҙы өйрәнеүселәр Г.Д.Фаршатов һәм А.В.Гильмаев ҙур өлөш индерә, улар йыйған фольклор текстарының бер өлөшө архивтарҙа һаҡлана, ҡайһылары төрлө йыйынтыҡтарҙа нәшер ителә. Хәҙ. ваҡытта У.ф. йыйыу, баҫтырыу, өйрәнеү м‑н Р.Ш.Насибуллин һәм этнограф Т.Ғ.Миңлеәхмәтова (Инсбрук ҡ. ун‑ты, Австрия) шөғөлләнә.

Р.Р.Садиҡов

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов