УДМУРТ ТЕЛЕ, финуғыр телдәренең береһе (пермь төркөмө). Удмуртияның дәүләт телдәренең береһе. Шулай уҡ Киров, Свердловск өлк., Пермь крайында, БР‑ҙа, ТР‑ҙа, Марий Эл Респ. һәм РФ‑тың башҡа төбәктәрендә таралған. Һөйләшеүселәр һаны – 464 меңгә яҡын кеше; БР‑ҙа У.т. 21475 кеше белә, ш. иҫ. 19 меңдән ашыу удмурттар (2002). Коми‑зырян һәм коми‑пермяк телдәренә яҡын. Фин‑пермь тел-нигеҙенә барып тоташа. У.т. диалекттары 4 һөйләшкә берләшә: төньяҡ, көньяҡ, урта һәм бесермән. Хәҙ. әҙәби У.т. 20 б. 30‑сы йй. урта һөйләш үҙенсәлектәрен иҫәпкә алған төньяҡ һәм көньяҡ һөйләштәре синтезы нигеҙендә формалаша. Фонетикаһының үҙенсәлектәре: төп удмурт һүҙҙәрендә ирен [б], [п], [м], [в], тел арты [г], [к] һәм тел алды [р] тартынҡылары йомшармай; [ы] һуҙынҡыһы талғын [л], [л'], [р] алдынан килеп, уларҙан һуң һуҙынҡы өн килһә, төшөп ҡала: “котыр” (тирә-йүн, тирә-яҡ) – “котрак” (түңәрәк яһап); баҫым һүҙҙең һуңғы ижегенә төшә һ.б. Морфологияһына һүҙҙәрҙең лексик‑грамматик дифференциациялы булмауы хас: “чабей” (бойҙай һәм бойҙайлы), “визьмо” (аҡыллы һәм аҡыл м‑н); ‑сал суффикслы шарт һөйкәлешенең үҙенсәлекле формаһы — “мон ужасал” (мин эшләр инем); предлогтар урынына бәйләүестәр ҡулланыу — “корка азьын” (өй алдында), “корка дорам” (минең өйөм алдында) һ.б. Һүҙьяһалыштың иң продуктив ысулы – суффиксаль, мәҫ.: “гырись” (һабансы), “гырон” (һөрөнтө ер) һ.б. Синтаксисына сифат ҡылым һәм хәл ҡылым айырымланыуҙары м‑н ҡатмарлаштырылған ябай һөйләмдәр хас. У.т. лексикаһында иран телдәренән, төрки телдәренән һәм урыҫ теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр бар. Яҙыуы кириллица нигеҙендә. У.т. хәҙ. алфавиты 38 хәрефтән тора. БР‑ҙа У.т. уҡытыу 6 мәктәптә һәм 13 мәктәп филиалдарында алып барыла; тел 31 мәктәптә һәм 3 филиалда уҡытыла. У.т. б‑са белгестәрҙе Нефтекама педагогия колледжында әҙерләйҙәр. У.т. “Ошмес” гәз. сыға.

Әҙәб.: Грамматика современного удмуртского языка. Фонетика и морфология. Ижевск, 1962; Каракулова М.К., Каракулов Б.И. Сопоставительная грамматика русского и удмуртского языков. Ижевск, 2001.

Р.Ш.Насибуллин

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов