УГЛЕРОДЛЫ СҮСТӘР, составына массаһы б‑са 80—99,5% углерод ингән ептәр. Эшкәртеү ысулы б‑са У.с. өлөшләтә карбонланған, күмер (карбонланған) һәм графитланғандарға; ҡайталыусанлыҡ модуле б‑са — түбән, уртаса һәм юғары модулле булғандарға бүленә. У.с. юғары күҙәүле була. У.с. юғары ныҡлыҡ, ҡатылыҡ, йылытыуға, химик һәм радиацияға сыҙамлы булыу, түбән йылы үткәреүсәнлек хас. Ярымүткәргестәр. У.с. химик сүстәрҙе һәм органик тәбиғи сүстәрҙе (башлыса гидратцеллюлоза, акрилонитрил сополимерҙарынан һәм нефть пектарынан) өҫ баҫҡыслы термик эшкәртеү юлы м‑н алына (400°С тиклем т‑рала түбән температуралы пиролиз, 800—1500°С карбонлау һәм 1500—3000°С инерт газ мөхитендә графитлау). У.с. механик үҙенсәлектәрен яҡшыртыу өсөн тартылыш аҫтында юғары т‑ралы эшкәртеү уҙғарыла. Бирелгән үҙенсәлектәге У.с. физик һәм химик модификациялау (легирлау һ.б.), өҫкө йөҙөн эшкәртеү, активлаштырыу юлдары һ.б. ысулдар м‑н алына. У.с. еп, бау, таҫма, туҡымалар, туҡылмаған материалдар һ.б., улар нигеҙендә — углепластиктар, агрессив шыйыҡлыҡтарҙы һәм газдарҙы фильтрлау системалары, адсорбенттар, каталитик системалар һ.б. әҙерләнә. 1970—90 йй. Башҡортостанда Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ (ҡара: Нефтехимия эшкәртеү институты), Өфө тәжрибә з‑ды (ҡара: Өфө аҙ күләмле нефть химияһы производстволарының тәжрибә заводы), ӨНИ (Р.Н.Ғимаев), БДУ, Салауат нефтехимия комб‑ты (ҡара: “ГазпромнефтехимСалават”) ҡатнашлығында нефть пектарынан У.с. етештереү технологияларын эшләү б‑са тикшеренеүҙәр алып барыла. Сүс барлыҡҡа килтереүсе пектарҙы алыу технологияһы һәм тәжрибә ҡулайламаһы Башҡ‑н нефть эшкәртеү ҒТИ‑нда уйлап табылған (Г.А.Берг, Ә.Ә.Хәйбуллин) һәм Өфө тәжрибә з‑дында һынау үткәрелгән (В.И.Шапиро). Пектарҙың өлгөләре тикшереү өсөн Бөтә Союз синтетик сүстәр ҒТИ‑нда (Калинин ҡ.), Бөтә Союз органик синтез ҒТИ‑нда, Графит нигеҙендәге конструкция материалдары ҒТИ‑нда (икеһе лә — Мәскәү) һ.б. файҙаланылған.

М.М.Әхмәтов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

     © ГАУН РБ“Башкирская энциклопедия”, 2018             Все права на материалы, находящиеся на сайте http://башкирская-энциклопедия.рф, охраняются в соответствии с законодательством РФ, в том числе об авторском праве и смежных правах.